Все новости
Новости
8 Октября 2020, 17:50

Тағы бер кеше коронавирустан вафат булған

Башҡортостан Башлығы хакимиәте хәбәр итеүенсә, 8 октябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә республикала 9 144 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә сирҙе 46 кеше йоҡторған.Бер кеше вафат. 1975 йылғы ир Благовещен ҡалаһында йәшәгән, шәкәр диабеты, хроник бронхит менән яфаланған булған.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте хәбәр итеүенсә, 8 октябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә республикала 9 144 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә сирҙе 46 кеше йоҡторған.
Бөтәһе 8 273 кеше һауыҡҡан, 39-ы – һуңғы тәүлектә.
Әле 828-е дауалана: 108-е – стационарҙа, 720 -һе ауырыуҙы еңел формала үткәрә, шуға өйҙә дауалана.
Бер кеше вафат. 1975 йылғы ир Благовещен ҡалаһында йәшәгән, шәкәр диабеты, хроник бронхит менән яфаланған булған.
Рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус эҙемтәләренән үлгәндәрҙең дөйөм һаны 43 кеше тәшкил итә.
https://www.bashinform.ru/news/1504542-v-bashkirii-eshche-odin-chelovek-umer-ot-koronavirusa/
Читайте нас: