Все новости
Новости
7 Октября 2020, 22:10

«Ватандаш» Бүздәктә форум үткәрҙе

«Ватандаш» журналы Бүздәк районында замандың көнүҙәк проблемаларына арналған сираттағы форум уҙғарҙы. Район үҙәк китапханаһында интеллигенция вәкилдәре йыйылды. Форумда Бүздәк районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кәшәфетдинов ҡатнашты. Журнал редколлегияһы ағзаһы, БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығышында төбәктең тарихи шәхестәренә иғтибар итергә саҡырҙы.

Мәғлүмәт https://kurultai.ru сайтынан алынды.
«Ватандаш» журналы Бүздәк районында замандың көнүҙәк проблемаларына арналған сираттағы форум уҙғарҙы. Район үҙәк китапханаһында интеллигенция вәкилдәре йыйылды. Форумда Бүздәк районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кәшәфетдинов ҡатнашты. Журнал редколлегияһы ағзаһы, БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығышында төбәктең тарихи шәхестәренә иғтибар итергә саҡырҙы.
«Был төбәктең данлыҡлы улдарын атағанда, тәү сиратта, Муллайән Халиҡовты күҙ уңында тотабыҙ. Ул милли хәрәкәт етәкселәренең береһе, Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советының тәүге рәйесе»,— тип һөйләне Нурислам Ҡалмантаев.
Бер аҙ алға китеп, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Бүздәк ауылында Республика көнө алдынан – Муллайән Халиҡов бюсы, ә Өфөлә Милли музейҙа мемориаль таҡтаташ урын аласаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар яҡташтары Сыртлановтар тураһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. 1847 йылғы Шаһихәйҙәр Сыртланов ғилемле, аҡыллы кеше булған. Дәүләт Думаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыштарына депутат итеп һайлана. Уның улы, 1875 йылғы Әлиәскәр, Дәүләт Думаһының 3-сө саҡырылышында депутат була. Бүздәк халҡы был яҡташтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Шаһихәйҙәр Сыртлановтың икенсе ул — генерал-майор Рауил Сыртланов Беренсе донъя һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтә, оло хөрмәт менән тыуған яғында ерләнгән.
«Тыуған яҡ тарихын, яҡташтар батырлығын өйрәнеүгә «Ватандаш» журналы ҙур иғтибар бирә. Һеҙ халыҡ менән, балалар менән эшләйһегеҙ. Улар һеҙҙән өлгө ала. Бала саҡтан баҫма матбуғат менән эш итеп үҫкән кешеләр белемле, үҙ аллы булып үҫә», - тине журналдың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Уның әйтеүенсә, интернеттағы мәғлүмәт гәзит һәм журналдар биргән белемде тулыһынса алмаштыра алмай, шуның өсөн дә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ҡатнашыу — һәр кем өсөн көнүҙәк мәсьәлә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары берләшмәһе етәксеһе З.А.Мостафина яңыраҡ үткән башҡорт теле уҡытыусылары форумы буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Рәшиҙә Мәһәҙиева әйтеүенсә, ошондай осрашыу оҙаҡламай Баҡалы районында ла уҙасаҡ.
Читайте нас: