Все новости
Новости
7 Октября 2020, 18:00

«Урал Батыр уты» марафоны Республика көнөнә концерттар әҙерләй

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата концерттар әҙерләй. 8-11 октябрҙә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле мәҙәни саралар ойошторола, унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, солистары һәм коллективтары ҡатнашасаҡ.

Улар араһында популяр йырсылар Радик Юлъяҡшин/Elvin Grey, Рөстәм Ғиззәтуллин, рок-башҡарыусы Альберт Исмаил, «Арғымаҡ», «Дәрүишхан», «Алтынай» төркөмдәре, ZAINETDIN этно-проекты, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары, республиканың Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Учалы филармониялары бар.
https://www.bashinform.ru/news/1503907-marafon-ogon-ural-batyra-posvyatit-dnyu-respubliki-seriyu-kontsertov/
Читайте нас: