Все новости
Новости
7 Октября 2020, 22:15

«Һеҙ, урыҫтар, барығыҙ бер төҫтә!"

Нияз Алсынбаев.

(Шаян хикәйә)
Бер йылы Вьетнамда ял итеү бәхете сыҡты. Муйне тигән курорт ҡасабаһындағы йыйнаҡ ҡына ҡунаҡханала йәшәнек. Һыу төшәбеҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, урам ҡыҙырабыҙ. Кистәрен асыҡ кафеларҙа йәки ресторанда ултырабыҙ. Уларҙа музыканттар һәм йырсылар сығыш яһай. Һәр көн байрам...
Бер көнө ҡатыным хәтәр шәп хәбәр ишетеп ҡайтты: имеш, эргәлә генә ятҡан Фанхьет ҡалаһында сумкалар, сәғәттәр, сувенирҙар байтаҡҡа осһоҙораҡ икән. Унда маршруткалар йөрөп тора, ти.
-Киттекме!?
-Киттек.
Ҡаланың уртаһында төшөрөп ҡалдырҙылар. Бында билдәле “Коопмаркет” сауҙа селтәренең гипермы, супермы, ни булһа ла ҙур магазины урынлашҡан. Мин кондиционерҙар эшләп торған урында эскәмйәлә ултырып ҡалдым. Ҡатыным эскалатор менән өҫкө ҡаттарға менеп китте. Аймылыш булмаһын өсөн миңә ошо урындан китмәҫкә тип килештек.
Тышта илле градус эҫелек хөкөм һөрә. Бында еләҫ. Музыка уйнай. Иғландар яңғырап тора.
Эргәмдән үтеп-сүтеп йөрөгәндәр араһында европалылар һирәк күренә. Гел вьетнамдар. Шуға ла хатта ҡара тәнле Африка кешеһе килеп сыҡһа, уны үҙеңдеке кеүегерәк ҡабул итәһең.
Һимеҙ үк булмаһа ла, ярайһы уҡ көр вьетнамдар күренгеләй. Улар өсөн ҡыуанырға ғына ҡала. Тимәк, һәйбәт ашап йөрөйҙәр. Ләкин күпселек халыҡ ябыҡ.
Ул мәлдә коронавирус тигән зәхмәт булмаһа ла, ауыҙ-морондарын ҡаплап йөрөүселәр бихисап. Баҡһаң, уларҙа, йәғни Азияла, аҡ битле кеше иң шәп кеше һанала. Ул аҡ сырайлы, тимәк дәрәжәле, ҡояшта янып ҡара эш эшләп йөрөмәй.
Бер сәғәт ултырҙым, ике сәғәт. Кәләш һаман юҡ. Ул да һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, “ шоппинг, шоппинг, ура!” ти ҙә юҡҡа сыға. Унан ҡулына берәй нәмә тотоп пәйҙә була. Юҡ, мин ҡаршы түгел, “бик арзан” булғас, нишләп алып ҡалмаҫҡа? Берәйһенең тыуған көнөндә бүләк итербеҙ әле.
Икенсе ҡатҡа менеп, саҡ ҡына йөрөп килергә булдым. Эргәлә морондоҡло ҡыҙ ювелир әйберҙәре һата. Ҡайҙа киткәнде әйтеп китергә кәрәк. Урыҫса белмәй икән вьетнам халҡы, тик гастарбайтер (йәки кем тип атайыҡ икән?) булып йөрөп әйләнгәндәре генә хәтәр “шәп” һөйләшә. “Шәп” тип әйтәм, сөнки шул тиклем етеҙ һөйләй, нимә әйткәнен бер кем дә белмәй. Хатта үҙе лә. Башҡалары ауыҙҙарын асып, хайран-вайран булып тора,ҡалай был урыҫса матур һөйләшә тип...
Үтенесемде инглизсә аңлаттым:
-Әгәр бында бер “руссо туристо” килеп мине һораһа, әйтегеҙ, ул, йәғни мин, хәҙер килә... Ошонда көтһөн! Аңлашылдымы?
- Окей! - тип йылмая ҡыҙыҡай. Тик бер нәмә лә аңламағаны күренеп тора. Әммә юҡ тип әйтмәй. Ғөмүмән, вьетнамдарҙа “юҡ” тигән һүҙҙең үҙе юҡ, шикелле. Шуға ла һәр саҡ “окей”ҙә “окей”... Шигемде тикшерер өсөн һорауҙы киреһенсә бирҙем:
-“Руссо туристо”ға әйтегеҙ, көтмәһен! Ирегеҙ ҡайтып китте тип әйтегеҙ!
-Окей! - Ҡыҙ баш ҡаға. Уның ҡуйы теүәл. Шуға ла һәр саҡ риза.
Икенсе ҡатта минерал һыу һатып алдым да кире төштөм.
- Руссо туристо килмәнеме?
-Килмәне, килмәне! –тип минең арттан ҡабатлай ҡыҙыҡай.
- Әллә килдеме?
Ҡыҙ сатнатып яуап бирә:
-Килде!
-Бәлки, килмәгәндер?
-Бәлки, килмәгәндер! – тип ризалаша тутыйғош. Ҡалай оҫта һөйләшә тип, әхирәте тел шартлатып тора.
Аңлайышлы яуап ала алмағас, икенсе ҡатта экскалатор янында торған аҡ күлдәкле, галстуклы егеткә мөрәжәғәт иттем:
-Ошонда Рәсәйҙән килгән турист ҡатын күренмәнеме?
Маркет хеҙмәткәре лә инглиз телен белмәй. Артына боролоп һөрән һалды. Ҡулында репродуктор. Тик бындай хәтәр тауышлы кешегә ул ҡорамал нимәгә кәрәк икән? Уға ҡушылып тағы ла нимәлер ҡысҡырҙылар. Теге остан ҡыҙ күренде. “Инглише” арыу булып сыҡты. Хәлде аңлатып бирҙем. Ҡыҙ тауыш көсәйткесте алды ла миңә һондо. Йәнәһе, ҡатыныңа әйт, мин бында тип. Репродукторҙы алып башҡортса өндәштем:
-Иғтибар!
Эскалторға баҫып менеп килгән тиҫтәләрсә күҙ миңә төбәлде:
-Хөрмәтле иптәштәр!
“Хөрмәтле иптәштәр” тымып ҡалды.
-Башҡортостандан килгән ханым!
Шаярып дауам иттем:
-Мал көтөүҙән килгәнсә ҡайтып ҡалайыҡ! Тиҙ арала баяғы урынға килеүең һорала! - Унан бер аҙ уйланып торғас өҫтәп ҡуйҙым: -Үтенеп һорала!
Урыныма барып ултырҙым, эргәмә ике йәш ҡыҙ килде. Талиптар икән, буласаҡ сит телдәр уҡытыусылары.Үҙҙәренең инглизсәләрен һынап ҡарамаҡсылар. Уларҙы аңлауы бик ҡыйын булып сыҡты, сөнки ҡайһы бер өндәрҙе әйтеп ыҙаламайҙар икән. Өҫтәүенә, “р” өнө - “л”, “ш” “с” менән алыштырыла имеш. Мәҫәлән, мин Шәкир тиһәң, һин Сәкил тип исемеңде күҙ алдыңда боҙоп тотторасаҡтар. Йөрө әйҙә шунан Сәкил булып.
Уларҙан һуң ике мажорик малай пәйҙә булды. Минең ҡатынды ошонда күреүҙәрен әйттеләр. Ҡасан, нисә минут элек? Балалар араһында бәхәс сыҡты. Береһе ун дүрт (“фотин”), икенсеһе “ҡырыҡ” (“фоти”) минут элек күргән икән. Бәлки күрмәгәндәрҙер ҙә, тик сит ил кешеһенә яҡын барыу өсөн сәбәп кәрәк бит. Улар махсус мәктәптә ҡытай, инглиз телен өйрәнәләр. Уҡыуҙы яҡшы билдәргә тамамлаһалар, Англияға ебәрәсәктәр. Бай балалары, ни әйтәһең.
Шикле генә егеттәр килеп ултырҙы яныма. Береһе шыпырт ҡына нимәлер һатып алырға өндәне.
-Это оссень коросая вес, купи-и-и! - (“бик шәп нәмәкәй ул! Ал да ҡуй!”) тип талпандай йәбеште. Икенсеһе лә русса “белә” икән. Әңгәмә барышында баш сайҡап “заль, оссен заль! - тип мине һаман йәлләп ултырҙы. Шундай файҙалы, әммә билдәһеҙ нәмәкәйҙән баш тарталар икән?
Һөҙөмтәлә, халыҡ-ара кимәлдә партнерлыҡ бәйләнештәре ойоштороп, әллә ни эш ҡыйратып булманы . ”Оссень коросая вес”тары үҙҙәрендә ҡалды.
Тиҙҙән “осһоҙ” ғына нимәлер алған ҡатыным күренде. Иғланды ул ишетмәгән булып сыҡты. Мажорик малайҙарҙың береһе яныма йүгереп килде. Бармағын ситкә төбәп күрһәтте:
-Ана һинең ҡатының!
-Ана түгел, бына!
-Юҡ, ана!
-Нисек, тағы ла берәүме?
Ҡаршыға һары сәсле мәрйә килә ине. Бер тамсы ла минең ҡупшы хәләл ефетемә оҡшамаған. Юҡ инде, ағай-эне, был минеке түгел! Бына ул минеке!
-Беҙ шул апайҙы күрҙек ун дүрт минут элек!
-Юҡ, ҡырыҡ минут элек!
- Сағыштырып ҡарағыҙ! Нисек инде бутарға була?
Талип ҡыҙҙар китешмәй эргәлә тора ине, береһе әйтә ҡалды:
- Ә беҙҙең өсөн бөтә урыҫтар ҙа бер төҫтә!
Читайте нас: