Все новости
Новости
6 Октября 2020, 15:00

Тары бутҡаһы

Фирүзә Абдуллина- Нимә ашағың килә? – типҺораны ҡыҙым бөгөн,Ыҙаланмай, зарланмайса,Тарта ул донъя йөгөн.Йәнең ней теләй – бөтәһенТабып булған замана.- Рәхмәт, балам, бөтәһе бар! –Тик күңелем моңлана....Күмәк үҫтек. Ашауға лаШәп булғанбыҙ, күрәһең:Көн-төн әсәй икмәк һалды,Болғар ине өйрәһен.Тары бутҡаһын табаҡҡаТау итеп өйөр ине,- Вулкан икән, йәнәһе, - тип,Ағайҙар көлөр ине.“Тау” өҫтөнә ике яҡлапМай менән ҡаймаҡ һала,Йәнәһе лә, лава инде –Ҡаймаҡ-май иреп аға!Тәмлерәк ошо бутҡананРизыҡ юҡ ашағаным,Тик әйтмәйем, белеп торамКүҙемдән йәш ағаһын.Әсәйем бешергән ошоТары бутҡаһы кәрәк!Иҫләһәм, яҡты һағышҡаТулышып, һулҡый йөрәк.Бала сағымды һағынып,Мин дә бешерәм, йүләр...Ейәндәрем ашамайҙар:- Себеш бутҡаһы, - тиҙәр...

Фирүзә Абдуллина
- Нимә ашағың килә? – типҺораны ҡыҙым бөгөн,Ыҙаланмай, зарланмайса,Тарта ул донъя йөгөн.Йәнең ней теләй – бөтәһенТабып булған замана.- Рәхмәт, балам, бөтәһе бар! –Тик күңелем моңлана....Күмәк үҫтек. Ашауға лаШәп булғанбыҙ, күрәһең:Көн-төн әсәй икмәк һалды,Болғар ине өйрәһен.Тары бутҡаһын табаҡҡаТау итеп өйөр ине,- Вулкан икән, йәнәһе, - тип,Ағайҙар көлөр ине.“Тау” өҫтөнә ике яҡлапМай менән ҡаймаҡ һала,Йәнәһе лә, лава инде –Ҡаймаҡ-май иреп аға!Тәмлерәк ошо бутҡананРизыҡ юҡ ашағаным,Тик әйтмәйем, белеп торамКүҙемдән йәш ағаһын.Әсәйем бешергән ошоТары бутҡаһы кәрәк!Иҫләһәм, яҡты һағышҡаТулышып, һулҡый йөрәк.Бала сағымды һағынып,Мин дә бешерәм, йүләр...Ейәндәрем ашамайҙар:- Себеш бутҡаһы, - тиҙәр...
Читайте нас: