Ҡышҡылыҡҡа йәшелсәләрҙән салат ябып бөткәнһегеҙҙер инде, уңған хужабикәләр? Ҡолаҡтарҙан пар сығара торған аджика рецебы менән бүлешәбеҙ!
Аджика әҙерләү өсөн түбәндәге продукттар кәрәк: 2 кг помидор, 1 кг болгар боросо, 2 баш һарымһаҡ, 5 дана әсе ҡыҙыл борос (артыҡ әсе яратмаһағыҙ, 2-3 дана алырға мөмкин). Барлыҡ йәшелсәләрҙе лә ит турағыс аша сығарырға һәм ҡайнап сыҡҡансы утта тоторға.
Әҙер массаға 2 аш ҡалағы эре тоҙ, 1 сәй ҡалағы төйөлгән ҡара борос, 1 сәй ҡалағы ҡыҙыл борос, 1 сәй ҡалағы хмели-сунели, 1 сәй ҡалағы базилик, 1 сәй ҡалағы төйөлгән кориандр һалырға. Теләгегеҙ булһа, 4-5 ҡалаҡ туралған йәшел укроп һалырға була. Яҡшылап болғатырға ла стерилләнгән бәләкәй банкаларға тултырырға. Һыуытҡыста һаҡларға.