Все новости
Новости
5 Октября 2020, 19:05

«Киң сәхрәләр, бөркөт саңҡыр күктәр күңел торошома ауаздаш»

Минзәлә Шөғәйепова – Учалы районы Ураҙ ауылы ҡыҙы. Белеме буйынса уҡытыусы, агроном. Мәктәптә, комсомол һәм партия эшендә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы, Учалы ҡала һәм районының хакимиәт башлығы урынбаҫары, «Яйыҡ» гәзитендә, «Өлкәр» журналында баш мөхәррир була. 2018 йылдан – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Минзәлә Шөғәйепова – Учалы районы Ураҙ ауылы ҡыҙы. Белеме буйынса уҡытыусы, агроном. Мәктәптә, комсомол һәм партия эшендә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы, Учалы ҡала һәм районының хакимиәт башлығы урынбаҫары, «Яйыҡ» гәзитендә, «Өлкәр» журналында баш мөхәррир була. 2018 йылдан – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Үҙ оранын кем һуң танымаҫ?
Һәр ырыуҙың барҙыр үҙ ағасы,Йөрәктәрҙә – изге ораны.Ҡанатлы ҡош кеүек, хәтер үҙеСал тарихҡа ҡайтып ураны...
«Туҡһаба!» – тип оран һалһаҡыпсаҡ,«Тайлаҡ!» – икән ҡатай ораны.«Салауат!» – тип табын яуғасапҡас,«Аҡтуған!» – ти бөрйән урманы.
Ҡосағына алғас үҙ башҡортон,«Һандал!» – булыр әйле яуабы.«Аҡтайлаҡ!» – тип һеҙ бит,юрматылар,Ҡайтарҙығыҙ Күктәр сауабын.
«Алас!» – тиһә меңле,Мең һаҙаҡлыУрҙас-бейҙәй үрсер,үҫер йән...«Тутыя!» – тип оран һалыр тамъян,«Мәйтән!» – тиеп ҡалҡыр үҫәргән.
Тарих шаңдауында түңгәүерҙең«Ҡуң(ы)рат!» булыр изге ораны,Монголдарға ҡаның уртаҡлығынДәлилләйме рухың бураны?
...Тамырҙарҙа – боронғолоҡ һуты!Үҙ ораның булһа йөрәк уты:Бөтәгеҙ ҙә – башҡорт!Беҙҙеке!
Һуға әле хәтер тамыры
Геродоттың яҙмалары шаһит:Абруйлы ир Башҡорт ХанынаВизантия, Болғар, Киев РусеКәңәш һорап килгән янына.Хәтеремә бер шәмсыраҡ итепТеркәп ҡуйҙым башҡорт хакимын.Халҡын күтәрмәләр Ир барындаБашҡорт иле булған хаҡ, имен!Атлантидаға тиң Гипербарея –Рифей тауҙарында ожмахтай.Ҡайҙа ул ил – Бөйөк Башҡорт Иле?Күҙ тейҙеме һиңә, әллә маҡтау?
Бер тамыры ғына бары тере –Ҡан бабамдың йөрәк хәтере.Милли аңды туфан һыуы баҫмаҫ,Һуға әле хәтер тамыры!Әле лә бар Урал, Карпат, Балкан...Ул – боронғо бабам төйәге.Иң боронғо яҙмаларҙа тамға –Башҡорт аттарының тояғы.Тыпыр-тыпыр шул тояҡтар ишеТипһен өсөн милләт йөрәге,Тарих ҡатламдарын аҡтарырғаКөрәк итеп һуҙам йөрәкте.
Бөйөклөктәр
О, Аттила! Төркиҙәрҙең улы!Европа ятҡан аяҡ аҫтыңда...Еңәлмәгәс бөйөк рим ғәскәре,Кем ҡолатҡан һине бер тында?Йәнем илай...Яуап үтә ябай:Илатҡаны булһа бейеклек,Ҡолатҡаны ла шул уҡ тәхеттән –Үлемесле сир ул бөйөклөк...Ҡорал тотоп күпме даулашмаһынНисә дәүләт бергә, уҡмашып,Еңәлмәгән!
Бары вариҫтарыңИлде тарҡатҡандар, туҡмашып.Аҫыл нәҫелеңдең йәне, ҡаны –Йөҙ ҙә ун һәм һигеҙ вариҫыңТәхет бүлешеүҙән янъяллашып,Төркиҙәрҙең һүнгән ырыҫы......Күпме һыуҙар аҡҡан.Халҡым һаманДусар икән шул уҡ сирҙәргә.Бөйөклөктәр менән бейеклектәр –Ауыр һынау аҫыл ирҙәргә.
Беҙҙең бетеү
Үҙ нигеҙен борон олатайҙарВасыят иткән кинйәһенә,Бар байлығын уртаҡ инселәгәнТөшөндөрөп кинәйәһенә.
Донъя малы уны борсомаған,Табып була, әгәр юғалһа.Өйҙө төҙөп була өр-яңынан,Тунды тегеп була, бур алһа.
Ир намыҫын,Ил яҙмышын ҙурлап,Васыяты итеп ҡалдырған.Күҙ нурылай һаҡлап, яҡлар өсөнУрал йортҡа бетеү һалдырған.
Урал батыр – беҙҙең бетеү бит ул!Милләт йөрәгенә яҙылған.Һәр бер юлы – тере тарих!ҮҙеМоңға мансып,Ҡанға манылған...
Урал батыр – беҙҙең паспорт та ул!Аҫаба, тип башҡорт яҙылған.Тыуған йылы – боронТорған ереМәғрур Урал, тиеп уйылған....Үҙ ҡәҙерен белмәҫ маңҡорт ҡынаТалпан булып йәнгә ҡаҙалған.
***
Ҡайғыһын да, шатлығын да халҡымҠурай уйнап түккән асманға.Иң боронғо тарих төпкөлөндәКүпме исем ята асмаға...Бортас улы Маджи батыр йәндеңҠушаматы – Ҡамыр батыр ул,Легендалар, әкиәттәр ашаТере хәтер үҙе ҡайтыр ул!Барыбыҙға уртаҡ бер Хәтер бит –
Башҡорт өсөн тағы кем яныр?Ҡанға һеңгән рухым –башҡортлоғомҠурай моңо аша уяныр.Сафа ҡороп йәшәй тиеп башҡортҒәйепләмә, сит зат – замандаш!Киң сәхрәләр, бөркөт саңҡыр күктәрКүңел торошома ауаздаш.
Йөҙөк
Яҙғы ҡояш нурға ғына төрөпЙөҙөк һалғас бөрө-устарға,Талдарымдың һары сәскәләреОҡшап киткән кеүек ҡусҡарға...Бер ҡараһаң – иңкеш ҡорттарылай,Бал тамыҙыр һутлы йәндәргә.
Ҡояш байыһа ла, төндәр яҡты.Ут ҡабыҙҙым йәнле шәмдәргә....Тал бөрөһө кеүек минең күңел,Йомарлана моңға хистәрем.Йөҙөк итеп һалам уйҙарымды,Устарыңа, йәнем, кистәрен...
Шишмәлектә
Иң тәмле һыу тик таңдарҙа ғына –Һандуғастың моңо түгелгән.Шишмәлеккә бит сайҡарға шуғаҠояш апай үҙе эйелгән.Сәскәләрҙән балдай ысыҡ тама:Һутын эйә һары һөтлөгән.Ынйы ғына бер ус наҙын һирпепЙылмайғандай бөтнөк, бөрлөгән...Таҡыялы йәп-йәш ҡурай үҫә –Иртәрәктер моңон ҡойорға;
Туҡтап ҡалған, ҡыйыулығы етмәй,Аҡ ҡойоҡтоң юлын ҡыйырға.Сәпәкәйләй сылтыр шишмәләрем.Һанай кәкүк ғүмер-сәғәтен.Тархан ятып йәшәгеләр килә,Эй, Хоҙайым, бир шәфәғәтең!Урман гөлнәфисе, шиңмәҫ гөлдәй,Бөркөләме еҫе йәшмәнең?...Кемдең бөртөк кенә аҡыҡ йәшеУлағында моңло шишмәнең?..
Йәйҙең йылмайыуы
Биҙәнергә йәйҙән өйрәнәһе –Нәзәкәтле, сибәр ханымдан:Һәр йәһәттән зауыҡ, самаһы бар...Ебәргем дә килмәй янымдан.Ирендәрҙә һутлы сейә тәме,Бешкән еләк һуты – эйәккә...Йылмайыуын зәңгәр күккә сөйгәнҠояш итепбейек-бейеккә!
Шәфәҡ булып йәнә балҡыр кисен,Йондоҙҙарға күсер йылмайыу.Наҙы арбар.Серлелеге менәнСаҡырыр ҙа торор Ҙур Айыу...
...Ҡупшыҡайҙар – сағыу, йәмлезаттан,Ә матурлыҡ – башҡа сифаттан:Йәнде терелтерҙәй ихласлығы,Йылмайыуы тәүге сиратта!
Һабантурғай
Ямғырҙың тилбер ҡулындаМедиатор – һабантурғай.Осоп-ҡунып эй талпына!Ҙур театр – ялан, туғай.Тартылған күңел ҡылдарынТирбәлтеп тамсы тамды –Бар донъяны йәшәртерлекСаф бер моң солғап алды.
Күңелдең нескә ҡылдарынШуға көйләргә ине,Йәйғор-думбыраға сиртепЙырлап, һөйләргә ине!Һабантурғай, эй, талпына,Вәғәҙә итеп күпте......Зәп-зәңгәр батмус тиерһең:Моң-уймаҡ сиртә күкте.
Читайте нас: