Все новости
Новости
3 Октября 2020, 16:00

Ҡазанда "Һылыуҡай-2020" бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте

Ут күршебеҙ – Татарстанда башҡорт гүзәлдәренең "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Иң сибәр һәм аҡыллы сибәркәйҙе һайлап алыу конкурстың баһалама төркөмөнә еңелдән булманы.Жюри составында Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай-2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.

Ут күршебеҙ – Татарстанда башҡорт гүзәлдәренең "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Иң сибәр һәм аҡыллы сибәркәйҙе һайлап алыу конкурстың баһалама төркөмөнә еңелдән булманы.
Жюри составында Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай-2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.
Татарстан башҡорттары ҡоролтайының йәштәр хәрәкәте рәйесе Яҙгөл Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, был конкурс – күптән көтөп алынған ваҡиға, ике республика араһындағы күршеләрсә мөнәсәбәтте нығытыусы мөһим сара.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Саба районынан Лилиә Арыҫланова яуланы. Ул "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Татарстандан ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһаясаҡ. I урынды – Гөлшат Әхмәҙиева, II урынды – Гөлиә Солтанова, III урынды Элина Әхмәтйәнова алды.
Читайте нас: