Ватандаш
+15 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
2 Октября 2020, 16:30
«Хәбәрҙәр-Башҡортостан» журналисы Галина Заводникова вафат булды
Ҡайғылы хәбәр – Өфөлә «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрсеһе Галина Заводникова ҡапыл вафат булған. 9 сентябрҙә һәләтле журналист 35 йәшлек юбилейын билдәләгән, ә 2 октябрҙә төндә табиптар уның үлемен теркәгән.
Өфөлә «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрсеһе Галина Заводникова ҡапыл вафат булған. 9 сентябрҙә һәләтле журналист 35 йәшлек юбилейын билдәләгән, ә 2 октябрҙә төндә табиптар уның үлемен теркәгән.
Галина — һөнәре буйынса тарихсы. Ләкин үҙен киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә тапҡан. «Вся Уфа» ҡала телеканалында, республика баҫмаларында, ә һуңғы йылдарҙа «Рәсәй-1» һәм «Башҡортостан-24» телеканалдарында эшләгән.
«Ул боҙло һыуға ла төштө, хәрби техника аҫтына ла ташланды, табиптар менән бергә ковид-госпиталдең «ҡыҙыл зона»һына инде. Ләкин Галина тарих һәм мәҙәниәт өлкәһен яҡтыртырға яратты. Спектаклдәрҙең премьераһынан репортаждар, сәхнә йондоҙҙары менән интервью, Коминтерндың Өфөләге осоро тураһында материал төшөрөү – ул һәр ваҡыт тормош ҡайнап торған һәм тарихи ваҡиғалар булған урынға барырға теләне», — ти уның хеҙмәттәштәре.
Галинаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/1501920-v-ufe-skoropostizhno-skonchalas-zhurnalist-vesti-bashkortostan-galina-zavodnikova/
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...