Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында ишле, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән Миләүшә Ғәйфуллина – уҡытыусылар династияһынан. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Бик оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡыта. Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләне.
Балалар өсөн «Өй йыйыштырғыс машина» (2007), «Минең оло донъям» (2019) китаптары һәм өлкәндәр өсөн «Бәхет сере» (2016) хикәйәләр йыйынтығы авторы.
Нисек бармын, шулай яратығыҙ
Нисек бармын, шулай яратығыҙ.
Мин башҡаса була алалмам.
Йүгереп үткән тиле йәшлегемдең
Инешенән гәлсәр һыу алмам.
Ғәйептәрем булһа, ярлыҡау ҙа
Инде хәҙер һеҙҙән һорамам.
Сөнки ғүмер буйы ғорур торған
Сал башымды түбән эйә алмам.
Тыныс түгел күңел, ул гел шулай.
Уға һәр саҡ йылы ел кәрәк.
...Ағасымдың һуңғы япраҡҡайы,
Өҙөлөп кенә төшмә иртәрәк.
Төрлө сағым була минең дә,
Уттар дөрләп яна күңелдә.
Йә боҙ булып ҡата бар йәнем,
Өмөт өҫтәй, һүнмәй май шәмем.
Йығыла ҡалһам, торам тиҙ генә
Һәм күҙ һалам тирә-йүнемә:
Әллә күҙҙәремдән күрмәйһең?
Йоҡом ҡасты, тамаҡҡа аш бармай,
Был бит мөхәббәттең билдәһе!
Эй, хәлдәрем ауыр, үтә ауыр,
Йоҡоһоҙ төн инде бөтөрҙө.
Киске ундан – таңғы унға йоҡом,
Үлтерер ул мине, үлтерер.
Ә тамағым ризыҡтарҙан яҙҙы,
Былау, ҡаҙ-маҙ, ҡаҙылыҡтан башҡа
Ашай алмай, эткә ташлайым.
Ул таҙарып, алһыуланып киттем,
Был, кем, тиеп уйҙар ҡорорһоң.
Әгәр һин дә минең кеүек һөйһәң,
Һөйләштек тә, аңлаштыҡ та, айырылыштыҡ.
Йөрәктәргә, яҙмыштарға шулай ҡуштыҡ.
Бөтәһе лә онотолдо, яра уңды,
Һәр беребеҙ тик үҙенсә янды, туңды.
Әйткән һүҙгә тоғро булып, хисте йомоп,
Бер силәктәй ғүмеребеҙҙең күҙен быуып,
Йөрәгемдән, уйҙарымдан барын ҡыуҙым,
Теләктәрем ҡабул булды, һин юғалдың.
Инде хәҙер төштә генә күрешәбеҙ,
Һөйөп, һөйөлөп туя алмай, үбешәбеҙ.
...Һөйләшмәгеҙ, аңлашмағыҙ, айырылышмағыҙ –
Һөйөү көслө, уның менән алышмағыҙ!
Кеше яҙмыштары – ҡола ялан,
Ә үҙ яҙмышҡайың – ҡара урман.
Ҡара ла ғына ҡара шул урманда
Аҙаштырыр төҫһөҙ, ҡуйы томан.
Һай, ҡояшҡай сыҡһа, ҡуйы томан
Ергә тамыр ине ысыҡ булып.
Яҡтырыр ҙа ине серле урман,
Аҡ нурҙарға түҙә алмай, уңып.
Белеп булмай, яланына инмәй.
Ҡуйы урмандарҙың ҡаралығы
Һыуыҡ бөркә, араһына һеңмәй.
Тәҙрә төбөм йәнә йәшелләнде,
Яҙ йәлләмәй матурлыҡты, ғәмде.
Талға ҡунып һайрай, өҙөп йәнде.
Яҙ йәлләмәй матурлыҡты, ғәмде,
Зәңгәр йыһан, һауа, ҡаймаҡ тәме.
Бәпембәләр, тау биттәрен наҙлап,
Төнгө күктәй йымылдаша, баҙлап.
Моңланырға бында һис урын юҡ,
Бар тәбиғәт хозур, иҙрәп ята.
Яҙҙар яҙҙы алыштырған һайын,
Йөрәктәрҙә һөйөү сәскә ата.
Зинһар илатмайыҡ әсәйҙәрҙе,
Иң ауыр йәш – әсә йәштәре.
Беҙҙең дә бит бала-саға үҫә,
Ана, күпме хәсрәт, эштәре.
Балам, балам, тиеп өҙөләбеҙ,
Күп нәмәнән ҡайсаҡ баш тартып.
Улар, тиеп мөһим эштәр ҡала,
Йоҡлап китәлмәйбеҙ кис, ятып.
Борон-борондарҙан ҡалған йола –
Бары күтәрелә, тик иң ауыры
Әсә күҙҙәрендә йәш күреү.
Тыныс ҡына яйлап атлап киләм,
Байҡап тирә-йүнде ҡарайым.
Күҙ ҡарашым менән һине эҙләп,
Кеше шәлкемдәрен тарайым.
Өндәшмәйһең, салынмайһың күҙгә,
Осрамайһың тик бер булһа ла.
Һинһеҙ күңел – сәскәһеҙ гөл кеүек,
Ҡыҫыҡ, тынсыу кеүек ҙур ҡала.
Эй ҡыуаныр инем, әгәр кинәт
Яндан үткән миллион кешеләрҙең
Тик береһе генә һин булһаң!
Әллә ниңә һағыш биләп алды
Әллә ниңә һағыш биләп алды,
һүҙһеҙ ҡалды. Әйтерһең дә, ямғыр болоттары
Зәңгәр күкте ҡосағына алды.
Һағышымды аҡҡан һыуға яҙҙым,
Ағып китте һалы, һағыш ҡалды.
Шаян ғына ынйы тамсыҡайҙар
Эленделәр, биҙәп бойоҡ талды.
Ҡойолдолар көмөш ямғыр булып,
Ярҙарынан сыҡты шишмә ағып.
Тәбиғәтте сихри моңға манып,
Ете ҡыллы йәйғор сыҡты янып.
Һәм дә һағыш иреп ергә һеңде,
Донъя балҡып күңелемә инде.
Офоҡ, эңер ирененә ҡағылып,
Йөрәгемдән моңло йыр ағылды.
Әүәлгесә, юл сумкамды тотоп,
Ҡайтып киттем Өфө вокзалынан
Таҙлар тигән ыстансаға еткәс,
Ана, атай ЗИС-ы эргәһендә
Көтөп тора минең килгәнде.
Шунан елдерәбеҙ, елдән етеҙ:
Өс саҡырым ара күп түгел.
Ана ауылым, бына тыуған йортом,
Ә баҡсаһы тулы сәскә-гөл!
Һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ бергә,
Күстәнәстәр менән сәй тәмле.
Атай-әсәй янда булған саҡта
Түп-түңәрәк донъя, өй йәмле!