Все новости
Новости
1 Октября 2020, 00:10

Шарандар башҡорт телен теләп өйрәнә

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың ҙур ғына өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби башҡорт телен белмәй. Сәйәси яңылышлыҡ арҡаһында улар туған телен онота яҙған. Шөкөр, был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар. Бөгөн уларҙың береһе – Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова менән таныштырмаҡсыҡбыҙ. Ул филология фәндәре кандидаты, доцент, Мәғариф отличнигы.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың ҙур ғына өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби башҡорт телен белмәй. Сәйәси яңылышлыҡ арҡаһында улар туған телен онота яҙған. Шөкөр, был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларыбыҙ ҙа бар. Бөгөн уларҙың береһе – Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова менән таныштырмаҡсыҡбыҙ. Ул филология фәндәре кандидаты, доцент, Мәғариф отличнигы.
Эльвира Фидаил ҡыҙы әлеге ваҡытта Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылында өлкән йәштәге халыҡ өсөн башҡорт теленән курстар алып бара. Был эш Башҡортостанда республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәтелгән программа сиктәрендә башҡарыла.
– Беҙҙең курстар 25 кешегә иҫәпләнгән. Ул бер аҙна дауам итә. Тик теләүселәр күп булғас, уҡырға әле 33 кеше йөрөй. Башҡорт телен өйрәнергә теләктәре ҙур булғас, ҡаршы төшмәнек, барыһын да алдыҡ, – ти ул.
Был курстарға 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге кешәләр йөрөй. Әлбиттә, өлкәнерәк быуындың да өйрәнгеһе килә, тик әлеге эпидемиологик шарттарға бәйле, уларҙы алмай торалар. Әйткәндәй, дәрестәр барышында барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлә, кешеләр битлектәрҙә уҡый. Башҡорт телен өйрәнергә хакимиәт белгестәре, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә, балалар ижады һәм спорт тармағында эшләгән кешеләр килә. Мәҫәлән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәнеп, тыуған телендә саралар үткәрергә, уларҙа әҙәби башҡорт телендә һөйләшергә теләй. Шуға күрә был курстарҙың төп маҡсаты – урындағы халыҡты әҙәби телдә һөйләшергә һәм уҡырға өйрәтеү.
Уҡырға йөрөгән кешеләр араһында йәштәр ҙә күп. Шуға күрә белем биреүҙең заманса алымдары ла әүҙем файҙаланыла. Эльвира Фидаил ҡыҙы тәүге дәрестән үк тыңлаусыларын Интерактив башҡорт теле ресурсы, “Сәләм” ҡушымтаһы, “Эшлекле башҡорт теле” китабы менән таныштыра һәм уларҙа нисек эшләргә өйрәтә.
– Күпселек кеше мине яҡшы аңлай, шуға был яҡтан ауырлыҡтар юҡ. Тәүге дәрестәрҙә башҡорт хәрефтәрен өйрәнәбеҙ, уларҙың әйтелешен үҙләштерәбеҙ. Шунан тиҙ һәм шыма итеп уҡыу һәләтен яҡшыртабыҙ. Мин уларға көн һайын өйгә эштәр биреп ҡайтарам, һәр береһе тырышып башҡара, дәрескә килгәс, яуап бирә, үҙенең нимә өйрәнгәнен күрһәтергә тырыша. Бик күп һорауҙар бирәләр, – ти Эльвира Фидаил ҡыҙы. – Иң мөһиме, уларҙың бөтәһе лә теләп килә, бер кемде лә мәжбүр итмәйҙәр. Кешенең уҡырға теләгәне күҙҙәренән күренеп тора бит.
Әлеге Шаран районындағы курстарға йөрөгәндәр араһында рус һәм сыуаш милләтенән булғандар ҙа бар икән. Улар ҙа әҙәби башҡорт телен бик теләп өйрәнә, башҡаларҙан һис тә ҡалышмай.
Был райондағы курстар 28 сентябрҙә башланған һәм 2 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ошондай уҡ уҡытыу аҙналыҡтары Нефтекама, Ағиҙел, Өфө ҡалаларында булған. Былтыр ошо төбәктәрҙә йәшәгән 250-нән ашыу кеше курстар үткән. Быйыл Краснокама, Баҡалы, Ҡариҙел тарафтарында булғандар. Шаран районынан ҡайтҡас, Өфөлә йәнә бер курстар ойоштороу эше тора. Быйыл да йәмғеһе 250-нән ашыу кеше уларҙы үтер тип көтөлә.
– Миңә шуныһы оҡшаны, халыҡ үҙенең тамырын белә. Күптәр архивтарҙы өйрәнеп, шәжәрәләрен, тамырҙарын асыҡлаған. Бында даими рәүештә Шәжәрә байрамдары үтеп тора. Шулай уҡ улар районда башҡорт телендә гәзит сыҡмауына ла зарланды. Ошо эште тергеҙеү бик яҡшы булыр ине, район яңылыҡтарын башҡортса уҡып белгебеҙ килә тиҙәр, – тине Эльвира Рәхимова. – Дөйөм алғанда, беҙҙең был курстарға мохтажлыҡ ҙур. Шуға күрә мөмкин булғанса күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә, өйрәтергә тырышабыҙ.
Фото: Эльвира Рәхимованың шәхси архивынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: