Все новости
Новости
29 Сентября 2020, 21:35

"Ватандаш"тың сентябрь һаны донъя күрҙе!

Журналдың һарысай һанында һәр кем күңеленә ятышлы, уҡымлы мәҡәлә табыр. Ил тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Олег Озеровтың “Сәйәсәт” рубрикаһында урын алған йөкмәткеле мәҡәләһе бик ҡыҙыҡлы булыр. Олег Озеров – билдәле Рәсәй дипломаты, Сәғүд Ғәрәбстанында Рәсәй илсеһе булып эшләгән. Яңыраҡ Мәскәүҙә уның тәүге совет дипломаттарының береһе, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовҡа арналған китабы донъя күрҙе. Тап ул илебеҙҙең Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Йемен илдәре менән бәйләнеш урынлаштырыуға өлөш индергән шәхес. Мәҡәләнән билдәле шәхес тураһында быға тиклем мәғлүм булмаған факттарҙы белерһегеҙ.“Ул барыһын да күңелен биреп эшләй ине”, “уның етәкселеге аҫтында эшләгән осорҙа мин һәр саҡ уның атайҙарса хәстәрен, йылыһын тойҙом”, “ул минең өсөн ҙур режиссер һәм остазым”, “мин уға мәңгелек рәхмәтлемен”, “Фәтих ағай йөрәгемә тальян моңо булып һеңде”, тип бүлешәләр иҫтәлектәре менән билдәле сәнғәт әһелдәре үҙҙәренең уҡытыусыһы, остаздары Фәтих Иҡсанов тураһында. 1 сентябрҙә БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәренең тыуыуына 85 йыл булды. Билдәле сәнғәт әһеле тураһындағы иҫ киткес йылы иҫтәлектәрҙе “Мәҙәниәт” рубрикаһында уҡып кинәнерһегеҙ.Тағы ла ниндәй мәҡәләләр бар, тиһегеҙме? Артабан – һылтанмала!

Журналдың һарысай һанында һәр кем күңеленә ятышлы, уҡымлы мәҡәлә табыр. Ил тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Олег Озеровтың “Сәйәсәт” рубрикаһында урын алған йөкмәткеле мәҡәләһе бик ҡыҙыҡлы булыр. Олег Озеров – билдәле Рәсәй дипломаты, Сәғүд Ғәрәбстанында Рәсәй илсеһе булып эшләгән. Яңыраҡ Мәскәүҙә уның тәүге совет дипломаттарының береһе, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовҡа арналған китабы донъя күрҙе. Тап ул илебеҙҙең Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Йемен илдәре менән бәйләнеш урынлаштырыуға өлөш индергән шәхес. Мәҡәләнән билдәле шәхес тураһында быға тиклем мәғлүм булмаған факттарҙы белерһегеҙ.
“Ул барыһын да күңелен биреп эшләй ине”, “уның етәкселеге аҫтында эшләгән осорҙа мин һәр саҡ уның атайҙарса хәстәрен, йылыһын тойҙом”, “ул минең өсөн ҙур режиссер һәм остазым”, “мин уға мәңгелек рәхмәтлемен”, “Фәтих ағай йөрәгемә тальян моңо булып һеңде”, тип бүлешәләр иҫтәлектәре менән билдәле сәнғәт әһелдәре үҙҙәренең уҡытыусыһы, остаздары Фәтих Иҡсанов тураһында. 1 сентябрҙә БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәренең тыуыуына 85 йыл булды. Билдәле сәнғәт әһеле тураһындағы иҫ киткес йылы иҫтәлектәрҙе “Мәҙәниәт” рубрикаһында уҡып кинәнерһегеҙ.
“Тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла тиҙерәк дошманды ҡыуып етеп, ғәзиз еребеҙҙән ҡыуып ебәреү теләге менән яна ине. Кинәт ҡолаҡ ярғыс шаңдау яңғыраны һәм күк йөҙөнә меңәрләгән утлы ҡылыс сәселде. Секунд эсендә донъя мәхшәргә әйләнде. Шул саҡта Шайморатов генерал, Семен Буденный шәхсән бүләк иткән ҡылысты баш өҫтөнә ғорур күтәреп, йылмайыулы ҡарашын ғәскәренә ташланы ла “Урал бөркөттәре, Еңеү хаҡына алға” тип оран һалды... Дивизия ҡуҙғалды...” Ниғмәт Бикмәтовтың “Беҙ нисек гвардеец булып киттек” тигән тарихи очергын уҡып, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы яу юлын үткәндәй булырһығыҙ.
Бишбармаҡ беҙҙең яратҡан ашыбыҙ. Ит тә, һалма - ул шундай ябай һәм ғәҙәти кеүек. Шулай ҙа, тарих фәндәре кандидаты Эльза Миһранованың фекеренә ҡарағанда, уны әҙерләү тарихы үҙгәреп торған, рецебына ла яңы ингредиенттар килеп ингән икән. “Этнография” бүлегендәге мәҡәләне уҡып, милли ашыбыҙға фәнни күҙлектән ҡарау форсаты булыр.
Һуңғы йылдарҙа Сергей Довлатовтың исеме Башҡортостанда йыш яңғырай. Йәмәғәтселек уның Өфөгә бәйлелеген тикшерә, күптәр уның башҡорт ерлегенә мөнәсәбәтен инҡар итә. Имеш, тыуған, әммә үҫмәгән. Ни тиһәң дә, Довлатов Өфөлә, Башҡортостанда тыуған, уның һауаһын һулап, һыуын эскән, шуға ла беҙ уны тулы хоҡуҡлы башҡорт иленең улы тип үҙебеҙ өсөн яңынан асырға, ижадын өйрәнергә тейешбеҙ. Билдәле яҙыусының тыуған көнө уңайынан сентябрь башында Өфөлә “Әҙәби импульс” тип аталған тәүге Довлатов фестивале уҙҙы. Довлатовтың исемен мәңгеләштереүгә бәйле фекерҙәрҙе “Фестивалдәр” рубрикаһында уҡырға була.
“Гүзәл илдә тыуҙым, баҫып торам, Баҫҡан ерем – Урал ҡайрағы. Мосолманлыҡ, паклыҡ һәм зәңгәр күк – Башҡортостанымдың байрағы” ти шиғыр юлдарында билдәле шағирә, Мәхмүт Ҡажғари исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты Зөбәржәт Йәнбирҙина. Шағирәнең тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Шиғриәт” рубрикаһында шиғыр һөйөүселәр өсөн уның бер шәлкем әҫәрҙәре тәҡдим ителә.
Сентябрҙә шулай уҡ билдәле яҙыусы Ибраһим Абдуллин менән шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуҙарына 100 йыл! Уларҙың тормошона, ижадына арналған мәҡәләләр һәм әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмаһын.
Читайте нас: