Все новости
Новости
29 Сентября 2020, 14:40

Өфөлә һауа торошоноң йылы булыуына бәйле йылытыу температураһын көйләү бурысы йөкмәтелде

Өфөлә көндәрҙең йылы тороуына бәйле фатирҙарҙа йылытыуҙың температура режимына төҙәтмәләр индерергә кәрәк.

Өфөлә көндәрҙең йылы тороуына бәйле фатирҙарҙа йылытыуҙың температура режимына төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Баш ҡала вице-мэры вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов бөгөн, 29 сентябрҙә, ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ошондай бурыс йөкмәтте.
«Граждандарҙан батареяларҙың ныҡ эҫе булыуы тураһында мөрәжәғәттәр бар. Ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелар менән эште тейешенсә ойоштороғоҙ. Мәсьәләне контролдә тотоғоҙ», — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл баш ҡалала йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән алдараҡ — 15 сентябрҙә башланды, тип хәбәр иткәйне агентлыҡ.
https://www.bashinform.ru/news/1500228-v-ufe-iz-za-teploy-pogody-porucheno-ubavit-temperaturu-otopleniya-/
Читайте нас: