Все новости
Новости
29 Сентября 2020, 21:25

Баш ҡала мәктәптәрендә «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә

Өфөлә башҡорт телендә «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә.Уны 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һәм көндөҙгө сәғәт 3-тә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ҡарарға мөмкин.

Өфөлә башҡорт телендә «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә.
Уны 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һәм көндөҙгө сәғәт 3-тә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ҡарарға мөмкин.
Презентация Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына бағышлана. Шулай уҡ Шәйехзада Бабичҡа арналған видеоконкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Викторина «Аҡбуҙат» балалар журналының тарихына бағышлана.
2018 йылда «Аҡбуҙат» балалар журналы «Урал батыр» эпосы буйынса балалар өсөн комикстар һәм анимация фильмдарын әҙерләү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алдын. Комикстар ике йыл дауамында «Аҡбуҙат» журналында баҫылып, айырым китап булып донъя күрҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1500406-v-shkolakh-ufy-sostoitsya-prezentatsiya-animatsionnogo-filma-ural-batyr/