Все новости
Новости
28 Сентября 2020, 00:40

"Ситтә йәшәһәк тә, беҙҙе хәстәрлектән айырмайҙар"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашҡан педагогтар саранан алған матур тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Айырыуса сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ бик ҡәнәғәт ҡалған.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашҡан педагогтар саранан алған матур тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Айырыуса сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ бик ҡәнәғәт ҡалған.
Шундайҙарҙың береһе - Гөлнара Мөхтәрова. Ул Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Аҡбаш урта мәктәбендә уҡыта.
"Тәьҫораттар бик йылы, матур. Ошондай сараға саҡырылғаныма бик шатмын, айырым рәхмәтемде республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында сит төбәктәр уҡытыусылары менән эш алып барған Гөлсөм Байрамғол ҡыҙына еткерәм. Форумды ойошторған барыһына ла ҙур рәхмәт! Үҙем өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алып ҡайттым. Форум юғары кимәлдә үтте", – ти ул.
Гөлнара Фәйзулла ҡыҙы Арғаяш районының Илембәт ауылында тыуған. 1993 йылда Дәрбиш урта мәктәбен тамамлап, Силәбе дәүләт университетына уҡырға инә. 1998 йылда диплом алып, Аҡбаш урта мәктәбендә эшләй башлай. Әлегә тиклем шунда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, был йәһәттән фиҙакәр хеҙмәт итеүенә 22 йыл да булып киткән.
Башҡортостандан ситтә башҡорт телен уҡытыу ауыр түгелме тигән һорауға ул:
- Ҡыйынлыҡтар бар ерҙә лә бер төрлө тип уйлайым. Мин эшләй башлағанда, балаларҙын күбеһе туған телендә һәйбәт һөйләшә ине, ә бөгөн улай уҡ түгел. Башҡортса һөйләшкән йәш быуын кәмегәндән-кәмей. Тик беҙ ҡайғырып ултырмайбыҙ, бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ, - тип яуапланы.
Форумда Гөлнара Мөхтәрова Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
"Радий Хәбировтан беренсе тапҡыр награда алдым. Әлбиттә, был ныҡ ҡанатландырҙы. Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, беҙҙе хәстәрләйҙәр, онотмайҙар, эшебеҙҙе күреп баһалайҙар", - ти педагог.
Фото Г. Мөхтәрованың шәхси альбомынан.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: