Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова — башҡорт балалар шағиры, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989).
К.Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мәүлит ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. 1935 йылда Өфө педагогия рабфагында, 1939—1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый. 1941—1953 йылдарҙа Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.
1953 йылда Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел» журналы) редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша. 1962 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кинйәбулатова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда «Тәүге сәскәләр» тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Унан һуң «Алтын тояҡ аҡ кәзә» тигән китабы нәшер ителә. «Йәшел япраҡтар» тигән шиғырҙар китабында шағирәнең таланты нескә лирик булараҡ асыла. «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Мин йырлайым», «Йондоҙҙар бейей», «Саҡыр мине», «Әсә һулышы» тип аталған китаптарында К.Кинйәбулатова оҫта һәм һиҙгер лирик сифатында күҙ алдына баҫа. Уның ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләй. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарҙы.
Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. «Терелергә әйтер һүҙ» повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған «Атай тауышы», «Партизан ейәнсәре» повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала. Әҫәрҙәре рус уҡыусыларына ла таныш һәм бик күп башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән.
Билдәле шағирә 2012 йылдың 17 июнендә вафат була.
Ветерандар, аҡ сал ветерандар,Мәрхәмәтле изге кешеләр,Таңдар килә, алсаҡ ҡояш тыуа,Нурҙары нәҡ һеҙҙең күңел,Һеҙҙең ишеләр.Һеҙҙең өсөн гүйә таңдар тыуа,Алһыу таңдар – һеҙҙең данығыҙ.Шул таңдарҙы яулап алыр өсөнКүпме ҡойолдо бит ҡанығыҙ.Көндәрҙе һеҙ иҫән ҡаршылағыҙ,Көндөҙ ерҙә хеҙмәт, ҡыуаныс.
Үлән өҙә бәпкә, ҡолон саба,Бер бағыуы ергә йыуаныс.Аҡшамда ла бергә булайыҡ беҙ,Аҡшамдарҙа ҡыҙыл нур яна.Ҡыҙыл нур ул –Еңеү, ал байраҡ бит.Байраҡтарға бағыу ҙур дауа.Ете төндә тыныс ял итегеҙ, –Сабый хөкөмөндә иҙерәп.Был донъяла һеҙгә нимә кәрәк,Һеҙ хаҡлы ул ялға бигерәк.
Үтте заман,Эй, дәһшәтле заман,Биш бер туған инек ғаиләлә.Ауырлыҡтар тауҙай ине ул саҡ,Әле тик бер йырға һыйһа ла.Бишкә бүлер инекһыныҡ тапһаҡ,Ә булмаһа нимә бүлергә?Әсәй ҡарай беҙгәҡыйыр-ҡыймаҫ.Бер сара бар –Фәҡәт түҙергә.
Түҙҙек инде. Әсәй, атай китте:Береһе – ҡайғы,Береһе – үлемгә.Донъя ҡалды,Миңә ҡалды барыһы:Кескәй ҡустым, өс-дүртһеңлем дә.Атай, әсәй киҫәттеләр мине:Һин, тип, ҡыҙым,беҙҙең дәү бала,Аңлайһыңдыр,был кескәйҙәр өсөн
Һин кәрәкһең, нәҡ тә һыу, һауа.Үтте заман,Әле эшкә барам.Зәңгәр нурҙар аша ҡар яуа.
Ярһып барам.Мин кәрәктер, тимен,Кешеләргә хәс тә һыу, һауа.
Яр буйында торам,Һоро һыу.Унда мин бар,Шәүләм, болот та.Һыу бышылдай, ярға ынтылып:– Нимә, һылыу, ул юҡ, ул юҡ та?–Үҙең ниндәй йылғыр, йылға, тим.Күпте күргән батыр юрға, тим.Аҙмы осрай һиңә боролма,Уйлап ҡара ошо хаҡта, тим.Үләндәрҙән йүгереп үтәһең,
Яман юлдан боролоп китәһең.Көн тимәйһең, йә төн тимәйһең,Етер юлдарыңа етәһең,Туҡта әле, йылға, ашыҡма,Боролоп ҡара миңә бер минут,Ул саҡтағы ҡалын толомдо,Уйламасы, зинһар, һин онот.Дөрөҫ, сәсем һаман үрелгән,Маңлайымда сал сәс күренә,Шулай булғас, аңла әле лә,Сал сәстәрем ул бит – үҙе лә!
Сәскәләрҙең алдары,Алмалары, сейәһе,Еләктәре, балдары,Ҡуҙғалаҡлы яланы,Ҡымыҙлығы, баланы,
Күп балыҡлы йылғаһы,Бейек-бейек тауҙары,Бөҙрә сәсле талдары —Барыһы тыуған еремдә —Башҡортостан илендә.
Аҡ сәстәрем минең, сал сәстәрем,Ҡырауланды минең сәстәрем.Әсәй ҡарай уға аптырап,Йәшен тамыҙа ул ҡалтырап.Түкмә, әсәй, түкмә йәшеңде,Аҡмы, ҡарамы ул, сәс инде.Өҫтәлемдә яҙам талпынып,
Тейгән уға хеҙмәт ялҡыны.Ҡуйсы, әсәй, ҡуйсы, уйланма,Ҡарайттылар тиеп ҡайғылар,Яҙылмайса ҡалған йырҙар күп,Ҡырау булып шулар яуҙылар.Аһ, сәстәрем, минең сәстәрем,Ҡырауланды минең сәстәрем.
«Ҡайта ул, ҡайта ул», — тигәндәй,Яҙ етһә, урғыла ҡар һыуы.Ҡайтһа ла, ҡайтһа ла,КүңелемдеңБаҫылмаҫ кеүек һис ярһыуы.Ҡайтыр ул, ҡайтыр ул...Йыл һайын,Ишелеп үҫә бит сабынлыҡ.Ҡайта бит, ҡайтыр битТигәнгә, сыңҡ итеп ҡала битСабырлыҡ.Сыңҡ итеп ҡала ла һыҙлата,Әрнетә ҡайғылы йөрәкте!Илем тип, йәрем тип шулТиклемҮҙе бит түҙергә өйрәтте.Ҡайта ул,Ҡайта ул, мин беләм,
Әйҙә гел салланһын сәстәрем.Һөйөүем һаман да шул көйө,Үтһә тик үткәндер йәшлегем.Ҡайтаһың, ҡайтаһың, мин беләм,Ҡыуанып көтә бит ейәнең.Һәр йылда ер кипкәс, яҙ еткәс,Ордендар, миҙалдар сыңлатып,Елкенеп, ҡыуанып еләһең.Етәм тип, ҡайтам тип киләһең,Ҡайһы саҡ елт итеп йылмайып,Һин өйгә килеп тә инәһең...Тик төштә...Өс тиҫтә йыл буйы,Бауырҙы талдырып, яндырып,Еләһең, еләһең, киләһең,Ҡайтаһың, ҡайтаһың, Беләмен.