Все новости
Новости
25 Сентября 2020, 13:30

Башҡорт ҡурсаҡ театры башҡорт хикәйәттәре һәм легендалары нигеҙендә спектакль әҙерләй

Башҡорт ҡурсаҡ театры 2021 йылға күсерелгән Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан башҡорт фольклорына арналған спектакль әҙерләй. «Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле — фәлсәфәүи йөкмәткеле.

Башҡорт ҡурсаҡ театры 2021 йылға күсерелгән Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан башҡорт фольклорына арналған спектакль әҙерләй. Пьесаны биш башҡорт легендаһы нигеҙендә күп тапҡыр башҡорт театрҙары менән эшләгән Өфө драматургы Владимир Аношкин яҙған. «Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле — фәлсәфәүи йөкмәткеле.
«Әлеге ваҡытта теоретик яҡтан эшләйбеҙ – рәссам, композитор һәм режиссер, материалды өйрәнәбеҙ. Бер нисә мәртәбә артистар менән осраштыҡ. Рәссам спекталдең проектын әҙерләп бөтһә, худсовет була һәм шунан һуң спектаклгә тотонабыҙ. Материал бик ҙур, ҡатмарлы – башҡорт халҡының әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре. Уның нигеҙендә – биш ҙур легенда. Башҡорт халҡының мифологияһына сумып, мин, режиссер булараҡ, шунда йәшәйем, көн һайын шул хаҡта уйлайым», — тип һөйләне театр директоры Альберт Имаметдинов «Башҡортостан» ДТРК медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында.
План буйынса «Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле яңы йыл кампанияһына – ноябрь аҙағында-декабрь башында әҙер булырға тейеш, ләкин быйыл күп кенә проекттар күсерелде, шуға күрә был спектаклде сәхнәләштереү ваҡытының да үҙгәреүе ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Театрҙар – балаларға» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 7,7 миллион һум бүленде.
https://www.bashinform.ru/news/1498164-bashkirskiy-teatr-kukol-gotovit-bolshuyu-postanovku-na-osnove-bashkirskikh-skazaniy-i-legend/
Читайте нас: