Бөгөн Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы асылды. Мәртәбәле сара Башҡорт теле йылына арнала.
Оло форум Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторола.
Сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уны Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
Унда башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре (һуңғы ун йылдағы), мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ғөмүмән, 250 тирәһе кеше ҡатнаша.
– Әлеге форум башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреү, киләсәккә пландар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло, – тине сарала ҡатнашыусыларҙы республика етәкселеге исеменән сәләмләп, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров. – Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө сара - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла. Һөйләшеүҙең нәҡ Башҡортостан Республикаһы көнө, Уҡытыусылар көнө алдынан уҙыуы оло мәғәнәгә эйә.
Фәнүр Мөхәррәм улы билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Мәғариф сәғәте”ндә мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Ғөмүмән, республика етәкселеге мәғариф тармағына көслө иғтибар бүлә. 2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы үтте, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассоциацияһы уңышлы эшләй.
– Сара тамамланып, тыуған яҡтарығыҙҙа ҡайтҡас, ошонда алған бай тәьҫораттар, яңы фекерҙәр һәм башланғыстар һеҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирһен, - тине сығышында Премьер-министры урынбаҫары.
Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәр:
1. Республикала 1039 балалар баҡсаһы эшләп килә, шуларҙың 458-дә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. Туған телде өйрәнеүсе балалар һаны – 42 163.Әгәр ҙә 2020 йылда Башҡортостанда 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылһа, ошо балалар баҡсаларының 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған.
2. Рәсәй төбәктәрендәге мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү күрһәткестәре:2018-2019 уҡыу йылы – 10 балалар баҡсаһы - 382 бала.2019-2020 уҡыу йылы – 18 балалар баҡсаһы - 799 бала.
3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар һаны артҡан:2018 йыл -251 уҡыусы,2019 йыл – 299 уҡыусы,2020 йылда – 408 уҡыусы ҡатнашҡан.
4. Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант күрһәткестәре:2018 йыл – 9 000 ҡатнашыусы,2019 йыл – 69687 ҡатнашыусы,2020 йыл – 305 600 ҡатнашыусы (Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм донъяның 25 дәүләтенән ҡушылалар).
5. Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырылды.2019-сы 2020-се йылдарҙа Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мәғариф учреждениеларына бүленгән грант күләме – 24 млн 700 мең һум. Уларға республиканың 22 мәғариф ойошмаһы лайыҡ булды.
6. 2019-2020-се уҡыу йылында Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәренә нигеҙ һалынды. Әле Өфөләге 2 мәктәптә (44-се мәктәп һәм 162-се Смарт мәктәп), Стерлетамаҡтағы 23-сө мәктәптә полилингваль белем биреү ойошторолған. Тап унда башҡа телдәр менән бер рәттән уларҙа айырым фәндәр буйынса дәрестәр башҡорт телендә алып барыла.