Ватандаш
+7 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
21 Сентября 2020, 13:25
Эремсектән тәмлекәс
Сәй янына тиҙ генә ошондай ризыҡ әҙерләһәгеҙ, хатта эремсек яратмаған бәләкәстәр ҙә кинәнеп ашар. Матур алъяпҡыстарыбыҙҙы бәйләп, бисмилла менән эшкә тотонайыҡ.
Ингредиенттар:- 350 г эремсек,- 1 йомортҡа,- 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ,- 2 аш ҡалағы шәкәр,- бысаҡ осонда тоҙ,- 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),- 250 г он.Әҙерләү:Табаҡҡа эремсек, йомортҡа, ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр һалып бутайбыҙ. Он, ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп ҡамыр иҙәбеҙ. Оҙонса итеп әүәләп (жгутик һымаҡ), яҡынса бармаҡ оҙонлоғо итеп киҫеп сығырға. Ҡыҙған көнбағыш майында алтынһыу-ҡыҙғылт төҫкә кергәнсе бешереп алырға. Тиҙ, яйлы һәм тәмле! 20 минут эсендә әҙерләп була.
(Ә.Салахова сәхифәһенән)
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...