Уртаса ҡабаҡ алабыҙ. Йыуып ҡоротабыҙ ҙа, өҫтөн ҡапҡас итеп киҫәбеҙ. Тостарынан таҙартҡас, эсен тоҙ менән ышҡыйбыҙ. Эслек:Дөгөнө бүрттерәбеҙ, йөҙөм, ҡара емеш, өрөктө (курага) яҡшылап йыуабыҙ ҙа, барыһын бергә ҡушабыҙ. Шәкәр, бер аҙ ғына бал өҫтәп, ҡабаҡҡа эслекте тултырабыҙ.Ҡапҡасын ябып, 180° тиклем ҡыҙған духовкаға ҡуйып, сәғәт ярым тирәһе бешерәбеҙ. Мейестән алғас, асып, иретелгән аҡ май һалып яҡшылап болғатабыҙ. Ҡабаҡтың өҫтөн аҙыраҡ киҫкеләп, өҫтәлгә ҡайнар килеш бирәбеҙ.