Ватандаш
+25 °С
Ясно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
16 Сентября 2020, 20:45
Йылылыҡ бирә башлайҙар
Бөгөн кискә республиканың бөтә мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына йылы биреләсәк.
Бөгөн кискә республиканың бөтә мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына йылы бирелә.
Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың торлаҡ-комуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итте.
«Республика йылытыу миҙгеленә әҙер. Йылытыу миҙгелен башлау хаҡында ҡарар 15 сентябрҙә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул балалар баҡсалары, дауаханалар һәм мәктәптәр өсөн башланды. 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ошондай объекттарҙың өстән ике өлөшө йылы менән тәьмин ителде. Эш дауам итә. Бөгөн кискә уларҙың барыһына ла йылы бирелер тип иҫәп тотабыҙ», — тип белдерҙе Юрий Палтусов һәм республикала 1,5 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡтың ҡышҡа әҙер булыуын өҫтәне.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...