Все новости
Новости
16 Сентября 2020, 13:25

Шайморатовсылар өсөн – махсус мәктәп формаһы!

Өфөлә шайморатовсылар — Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары өсөн мәктәп формаһы булдырылды. Уны Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы белгестәре әҙерләне. Күк төҫтәге форма малайҙар өсөн пинжәк-салбарҙан, ә ҡыҙҙар өсөн пинжәк-юбканан тора. Пинжәктәр стилләштерелгән башҡорт камзулы нигеҙендә тегелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се «Смарт» полилингваль күп профилле мәктәптәрендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асылды.
«Шайморатовсылар»ға ҡабул итеү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә, була. Шунан һуң уҡыусыларҙы башланғыс хәрби әҙерлек, һыбай йөрөү, уҡтан атыу, йөҙөү һәм көрәш дәрестәре көтә. Шулай уҡ ошо кластар өсөн «Шайморатов уйындары» үткәрелә. Уҡыусыларға йыл һайын «Йәш шайморатовсы» почёт билдәһе тапшырыла. Бынан тыш, был мәктәптәрҙә «Беҙ – шайморатовсылар» хәрби-илһөйәрлек клубтары ойошторолорға тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/1493319-v-ufe-sozdana-shkolnaya-forma-dlya-shaymuratovtsev/