“Башҡорт халыҡ ижады" ғилми серияһының сираттағы XIV томы донъя күрҙе. Халыҡ ижадының бай ғына өлөшөн тәшкил иткән Бөйөк Ватан һуғышы фольклорын туплаған был том Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Баҫманы төҙөүселәр һәм аңлатмалар авторҙары – Г.Р.Хөсәйенова һәм А.М.Хәкимйәнова. Хеҙмәт Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған.
Китапҡа материалдар жанрҙар буйынса индерелгән. Инеш мәҡәләлә һүҙ барған осор фольклорын яҙып алыу, баҫтырып сығарыу, өйрәнеү тарихы һәм ҡайһы бер жанрҙар, уларға ҡараған әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр, күҙәтеүҙәр бирелгән. Төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күргән традицион жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр менән бер рәттән, тәүләп баҫтырылғандары ла байтаҡ. Айырыуса хәтирәләр, хаттар, көләмәстәр, шиғырҙар бүлектәрендәге материалдар шундайҙарҙан. Фольклор өлгөләре тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ, еңеүгә ышаныс, шул уҡ ваҡытта һағыш һәм хәсрәт мотивтары менән һуғарылған.