Бөгөн Әлшәй районы Ҡармыш ауылында ҡыуаныслы ваҡиға – "Нур-Иман" мәсетен асыу тантанаһы үтте. Иман йорто бик хозур ерҙә – ҡалҡыулыҡта, Дим буйының текә ярында урынлашҡан. Ҡояш нурына ҡойонған алтын көмбәҙ әллә ҡайҙан балҡып, күңелдәргә яҡты тойғолар өҫтәй. Үҙенсәлекле архитектураһы, биҙәлеше менән күңелдәрҙе арбар дин йорто бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ауыл халҡы уның сафҡа индерелеүен байтаҡ йылдар көттө. Әлбиттә, Ҡармышта быға тиклем дә мәсет булды, әммә ул элекке ашхана бинаһында урынлашҡайны. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән өр-яңы мәсет районда хәҙер иң күркәмелер, моғайын. Ҡармыштарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте вәкилдәре, төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар килде.
Иман йортон һалыуҙы үҙ өҫтөнә алыусы – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәис Һәүбәнов. Ошо ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, ул тыуған төйәгендә иман нуры балҡыуын, ауылдаштарының рухи ҡиммәтәргә тағы ла нығыраҡ иғтибар биреүен теләй.
Ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров белдереүенсә, мәсет асылыу халыҡты, айырыуса йәштәрҙе, иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Йома намаҙҙары, дини байрамдар, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыласаҡ.