Все новости
Новости
10 Сентября 2020, 20:30

Бшҡортса эшлекле әңгәмә ҡорорға теләгәндәр өсөн ҡулланма донъя күрҙе

Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында «Эшлекле башҡорт теле» тип исемләнгән уҡыу әсбабына арналған пресс-конференция уҙғарылды.

Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында «Эшлекле башҡорт теле» тип исемләнгән уҡыу әсбабына арналған пресс-конференция уҙғарылды.
«Эшлекле башҡорт теле» — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп нәшер иткән баҫма шулай тип атала.
Уҡыу ҡулланмаһының тәүге бүлегендә эшлекле башҡорт теленең морфологик һәм синтаксик характеристикалары асыла, эшлекле аралашыу мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт бирелә. Бында авторҙар «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе» һәм теоретик белемде нығытыу өсөнө практик эштәр тәҡдим итә. Баҫманың икенсе бүлеге — «Эш ҡағыҙы өлгөләре»нең үҙгәртелгән, тулыландырылған баҫмаһы.
«Эшлекле башҡорт теле» ҡулланмаһы эшлекле стилдә яҙырға өйрәнергә йәки оҫталығын арттырырға теләгәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Баҫма — башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән аудитория өсөн дә яҡшы ҡулланма.
«Эшлекле башҡорт теле» проекты Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Ҡулланма авторҙары – филология фәндәре докторҙары Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Гөлфирә Абдуллина. Авторҙаштар – филология фәндәре кандидаты Гөлназ Вәлиева һәм фондтың мәғариф буйынса белгесе Фәнзилә Ғәзизова.
Баҫманы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды офисында һатып алырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 6-сы ҡат, 603-сө бүлмә.
Читайте нас: