«Башҡортостан» киностудияһы яңы фильмдар өҫтөндә эш алып бара һәм республикала кинопрокат селтәрен киңәйтә. Был хаҡта киностудия етәкселәре «Рәсәй» медиа-үҙәгендәге матбуғат конференцияһында белдерҙе.
«Хәҙер беҙ кинопрокат селтәрен тергеҙәбеҙ. Әле беҙҙә 20 кинотеатр бар, йыл аҙағына 30-ға еткерергә өмөтләнәбеҙ. Шуны әйтергә кәрәк: кинотеатрҙар булмаған райондарға киномобилдәр ебәрәбеҙ. Бынан тыш, социаль учреждениеларға кино килтерәбеҙ», — тип һөйләне Юнир Әминев.
Бөгөн «Башҡортостан» киностудияһы яңы картиналар өҫтөндә әүҙем эшләй. Уларҙың бер өлөшө киң прокатҡа сыға. Шуларҙың берәүһе – Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы. Проект авторҙары һүҙҙәренсә, картина совет стилендә эшләнгән. Ул «башҡорт тимурсылары» тураһында бәйән итә. Заманса тел иһә классик әҫәргә яңыса яңғырарға мөмкинлек бирә. Фильм Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә күрһәтелде һәм приздарға лайыҡ булды.
Айнур Асҡаров «Өфөнән һөйөү менән» фильмының дауамы өҫтөндә лә эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, картина башҡорт кинематографы өсөн ҡаҙаныш булды. Ул ил кинотеатрҙарына киң прокатҡа сыҡты һәм юғары касса йыйымдары алды. Икенсе бүлек әлегә «Йыл ғаиләһе» тип атала.
«Беҙ Алмас Әмировтың геройына ниндәйҙер спин-офф эшләнек. Беренсе бүлектә ул рәссам ине. Беҙ уның тормошонда соҡсонорға булдыҡ. Кем ул, ни өсөн ул шундай, ни өсөн ғаиләһе менән мөнәсәбәттәре насар. Сюжет буйынса улар ғаиләһе менән «Йыл ғаиләһе» конкурсына бара», — тип һөйләне кинорежиссер Айнур Асҡаров.
Шулай уҡ ул таҫманың премьераһы 2021 йылдың мартына билдәләнергә тейешлеген хәбәр итте.
«Башҡортостан» киностудияһы тулы метражлы мультипликацион фильм әҙерләй. Ул халыҡ геройҙары – батырҙар тураһында.
Киностудия яңы проект – асыҡ һауала фильмдар күрһәтеү менән дә шөғөлләнә. Һәр кесаҙна «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда өфөләр һәм баш ҡала халҡы киносеансҡа килә ала.
https://www.bashinform.ru/news/1490130-na-kinostudii-bashkortostan-snimayut-iz-ufy-s-lyubovyu-2-i-bogatyrskie-skazki/