Все новости
Новости
8 Сентября 2020, 19:10

Мәктәптәрҙә – Шайморатов кластары

Республика мәктәптәрендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды.

Республика мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды.
Р.Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты, Өфөнөң 44-се һәм 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәптәрендә ошондай кластар барлыҡҡа килгән дә инде. Уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы индереү күҙаллана, юғары уңыштар өсөн балаларҙы “Йәш шайморатовсы” значогы менән бүләкләйәсәктәр. Данлыҡлы генералға арналған кабинет-музейҙар эшләнәсәк.
Шайморатов исемендәге кластарға уҡыусыларҙы ҡабул итеү, юл картаһына ярашлы, 2020 йылдың авгусында тормошҡа ашырылған. Кластарҙың педагогтары өсөн һөнәри тренингтар ойошторола. Тантаналы рәүештә “шайморатовсы” тип таныу Республика көнөндә - 11 октябрҙә булыр, тип планлаштырыла.
Шайморатов кластарын булдырыу буйынса саралар менән https://npa.bashkortostan.ru/29027/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Читайте нас: