Все новости
Новости
8 Сентября 2020, 15:05

Баклажан запеканкаһы

Баҡсала ташҡабаҡ, баклажан кеүек йәшелсәләр емерелеп үҫкән мәл. Төшкө ашҡа баклажан запеканкаһы - бынамын тигән ризыҡ.

Баҡсала ташҡабаҡ, баклажан кеүек йәшелсәләр емерелеп үҫкән мәл. Төшкө ашҡа баклажан запеканкаһы - бынамын тигән ризыҡ.
Был рецепт өсөн 3-4 баклажан, 300 г ит фаршы, 2 баш һуған, 200 г самаһы сыр, 2 йомортҡа, 3 помидор, 3/4 стакан һөт кәрәк.
Тоҙ-борос һибеп, фаршты 5-6 минут майлы табала ҡыҙҙырып алырға. Баклажандарҙы телемләп киҫергә һәм тоҙ һибеп, 30 минут тоторға. Һыуын һығып, ике яғын да табала ҡыҙҙырып алырға. Һуғанды ваҡлап турап, ҡыҙҙырырға. Помидорҙы телемләп турарға. Тәрән төплө табаға бер рәт баклажан, ит фаршы, һуған, тағы бер ҡат баклажан, шунан һуң помидор теҙергә. Йомортҡаларҙы һытырға, һөт, ыуылған сыр өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Баклажан өҫтөнә ошо соусты ағыҙып, запеканканы духовкала 20-30 минут бешерергә.
Читайте нас: