Все новости
Новости
7 Сентября 2020, 13:45

Яңы юлда яҡты хәҙер!

Ауылдың төп урамында – ни бары ике фонарь...Балалар ҡышҡы иртәләрҙә дөм ҡараңғыла мәктәп автобусына һуңламаҫ өсөн ашыҡһа, йәй көнө күҙгә төртһәң дә һис нәмә күренмәй ине, ти ауыл халҡы.

Көйөргәҙе районының Яҡты юл ауылын борсоған проблема, ниһайәт, хәл ителде. Быға тиклем ауылдың төп урамында ни бары ике фонарь ғына булған. Урам осонда йәшәүселәр өсөн был хәл айырыуса ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Балалар ҡышҡы иртәләрҙә дөм ҡараңғыла мәктәп автобусына һуңламаҫ өсөн ашыҡһа, йәй көнө күҙгә төртһәң дә һис нәмә күренмәй ине, ти ауыл халҡы.
Социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яҙма сыҡҡас, "Инцидент-менеджмент" системаһы проблеманы хәл итеүҙе район властарына йөкмәтә. Район хакимиәте башлығ Юлай Ильясов хәбәр итеүенсә, уҡыу йылы алдынан урамдағы бөтә фонарҙәр ҙә йүнәтелгән. Әгәр уларҙың берәйһе сафтан сыҡһа, Яҡшымбәт ауыл советына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: