Все новости
Новости
7 Сентября 2020, 17:00

Мәктәптәрҙә 65 теш дауалау кабинеты асылды

Теш табибынан уттан ҡурҡҡандай шөрләү ваҡыты күптән артта ҡалды. Заманса йыһазландырылған теш дауалау кабинеттарына хәҙер бәләкәстәр ҙә һис ҡурҡмай килә ала.

Теш табибынан уттан ҡурҡҡандай шөрләү ваҡыты күптән артта ҡалды. Заманса йыһазландырылған теш дауалау кабинеттарына хәҙер бәләкәстәр ҙә һис ҡурҡмай килә ала.
Башҡортостанда "Сәләмәт йылмайыу" модуле сиктәрендә 2019-2020 йылдарҙа 65 стоматология кабинеты асылған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
2020 йылдың тәүге кварталында белгестәр 11 мең уҡыусының тештәрен тикшергән, һәр өс баланың икәүһенә дауалау талап ителгән.
Республика Башлығы теш дауалау кабинеттарының эшмәкәрлеген байҡарға ҡушты: "Республика был проектҡа бик күп аҡса тотондо, шуға ла улар тейешенсә эшләргә тейеш. Бигерәк тә ауыл ерендә балалар бары мәктәптә тештәрен дауалай ала", – тине ул.
500-ҙән 700-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа артабан да стоматология кабинеттары асыуҙы дауам итергә кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Читайте нас: