Все новости
Новости
7 Сентября 2020, 17:10

Гөлйемеш йыйыу осоро

Гөлйемештең сәскәһе лә, емеше лә, һабағы ла, тамыры ла шифалы. Емешен ҡатыраҡ саҡта йыйһаң, киптереүе еңел. Ә инде ныҡ бешеп, йомшарып киткәнен туңдырып һаҡлаһаң да була. Күптәр ҡырау һуҡҡас, татланғас йыя. Белгестәр әйтеүенсә, ҡырауҙан һуң гөлйемештең шифаһы кәмей.Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн самаһын белеү мөһим. Бер литр һыуға дүрт аш ҡалағы емеш кәрәк. Һыу ныҡ ҡайнар булмаҫҡа тейеш. Бер сәғәт яй ғына ҡайнатып алырға йәки термоста төнәтергә мөмкин.

Гөлйемештең сәскәһе лә, емеше лә, һабағы ла, тамыры ла шифалы. Емешен ҡатыраҡ саҡта йыйһаң, киптереүе еңел. Ә инде ныҡ бешеп, йомшарып киткәнен туңдырып һаҡлаһаң да була. Күптәр ҡырау һуҡҡас, татланғас йыя. Белгестәр әйтеүенсә, ҡырауҙан һуң гөлйемештең шифаһы кәмей.
Гөлйемештә "С" витамины лимондағына ҡарағанда илле тапҡырға күберәк. "А" , "Е" витаминдары булғанлыҡтан, антиоксидант үҫемлек. Иммунитетты нығыта, миҙгелгә бәйле аллергиянан йонсоғандарға шифа, яраларҙы уңалдыра, оҙайлы ауырыуҙан һуң тиҙерәк хәл керетергә ярҙам итә, тире ауырыуҙарынан дауа.
Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн самаһын белеү мөһим. Бер литр һыуға дүрт аш ҡалағы емеш кәрәк. Һыу ныҡ ҡайнар булмаҫҡа тейеш. Бер сәғәт яй ғына ҡайнатып алырға йәки термоста төнәтергә мөмкин. Төнәтмәгә бал, имбир ҡушырға була. Ашағанға тиклем 20 минут алда көпшә аша эсеү яҡшыраҡ (кислота булараҡ, теш эмален боҙмаһын өсөн).
Ҡан баҫымы юғары булғанда, ашҡаҙандың сей яраһы яфалағанда, шәкәр диабеты осрағында, эс ҡатҡанда гөлйемеште ҡулланыу ярамай йәки сама белергә кәрәк.
("Башҡортостан үләндәре" төркөмөнән)
Читайте нас: