Все новости
Новости
7 Сентября 2020, 11:40

Бәләкәстәр сәләмәт булып үҫһен!

“Демография” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылында һөт кухняһы пункты асылды.

“Демография” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылында һөт кухняһы пункты асылды.
Район үҙәге һәм башҡа ауылдарҙан яңы пункт аша аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 200-ҙән ашыу бала сифатлы һөт продукцияларын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә булды.
“Һөт кухняһы” пункты Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 24-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ул дүшәмбенән йомаға тиклем эшләй. Балалар өсөн бушлай һөт продукцияларын һәм ҡоро һөт ҡатнашмаларын һәр аҙнаның шармашбы һәм кесе йома көндәрендә алырға мөмкин.
Киләсәктә Сибай ҡалаһындағы “Һөт кухняһы” үҙ һөт продукцияларын бөтә халыҡ өсөн һатыуҙы ойошторорға планлаштыра.
1 ғинуарҙан ташламаға хоҡуғы булған бар балалар (ғаиләләге һәр йән башына уртаса килем баланың йәшәү минимумы кимәленән түбәнерәк булған ғаиләләрҙәге ҡыҙҙар һәм малайҙар) бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре – ҡоро бутҡалар, сәнәғәт етештереүенең һәм кухняларҙың һөт ризыҡтары менән тәьмин ителә.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла. Республикала һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: