Все новости
Новости
7 Сентября 2020, 22:00

Алма бәлеше

Ауыҙҙа иреп торған был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 гр он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 г шәкәр, 50 г аҡ май, 125 мл һөт, 4 г аш содаһы кәрәк буласаҡ.

Ауыҙҙа иреп торған был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 гр он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 г шәкәр, 50 г аҡ май, 125 мл һөт, 4 г аш содаһы кәрәк буласаҡ.
Йомортҡаларҙың һарыһын әҙерләнгән шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туғыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бүләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Он, аш содаһы, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ.
180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ – тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас в