Все новости
Новости
3 Сентября 2020, 13:10

Үҫеш мөмкинлектәрен барланылар

Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән “Роскосмос” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Дмитрий Рогозин килде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Салауат химия заводы” акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты.

Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән “Роскосмос” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Дмитрий Рогозин килде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Салауат химия заводы” акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты.
Предприятие 1962 йылдан алып эшләй. Ул - Рәсәйҙә гептил етештерелгән берҙән-бер урын. Бынан тыш, заводта диметиламин, натрий сульфаты һәм нитраты эшләйҙәр.
2014 йылдан заводта гептил етештереү системаһы заманса яңыртыла башлаған. Был уны сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы итеү, предприятиеның иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыу өсөн кәрәк. Яңыртыуҙы 2021 йылдың аҙағына тамамларға планлаштыралар, ә ҡорамал 2022 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 7,5 миллиард һумдан ашыу.
Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин эшләп торған һәм төҙөкләндерелгән майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты. Шулай уҡ заводты яңыртыу барышында бушаған урындарҙы ла баһаланылар.
Артабан “Салауат химия заводы” майҙансығында Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Сара предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәренә арналды.
"Был ракета-космос сәнәғәте өсөн профилле булмаған производство. Тик яғыулыҡ – үҙенсәлекле әйбер. Шуға күрә уны сит, шул иҫәптән шәхси предприятиелар контроле аҫтына биреү бындай етештереүҙе туҡтатыу хәүефе менән янай. Беҙ быға бара алмайбыҙ. Шуға күрә хәстәрлек күрһәтәсәкбеҙ һәм предприятиены үҫтерәсәкбеҙ, – тине Дмитрий Рогозин. – Бөгөн беҙгә бик мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк: сәнәғәт майҙансығын төҙөкләндереү барышында бушаған урындарҙы артабан нисек үҫтерербеҙ? Предприятие кәрәкле юғары технологиялы тауар сығарһын һәм өҫтәмә килем алһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Коллектив үҫешергә, эш хаҡы артырға тейеш. Был беҙҙең өсөн бик мөһим".
“Роскосмос” етәксеһе билдәләүенсә, корпорацияның Башҡортостандағы эшмәкәрлеген диверсификациялау, граждандар тәғәйенләнешендәге тауарҙар сығара башлау буйынса ла пландары бар.
"Башҡортостан Башлығына рәхмәт. Был заводты иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса фекерҙәшбеҙ", – тине ул.
"Предприятие Башҡортостан өсөн бик мөһим. Бындағы белгестәрҙең компетенциялары ла бик етди, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ заводты үҫтереү өсөн булған бар мөмкинлектәрҙе тәҡдим итергә әҙербеҙ. Бергә ҡарар таба алырбыҙ тип ышанам".
Кәңәшмәнән һуң Радий Хәбиров менән Дмитрий Рогозин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: