Все новости
Новости
2 Сентября 2020, 13:00

Слива пирогы

Төшкө сәйгә әскелтем генә, ҡамыры ауыҙҙа иреп китә торған пирог әҙерләйек әле. Бер ултырыуҙа ашалып бөтә!Ҡамыр өсөн 100 г аҡ май, 200 г он, 50 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа кәрәк буласаҡ. Эслеккә слива, корица, 3 аш ҡалағы шәкәр әҙерләйбеҙ.

Төшкө сәйгә әскелтем генә, ҡамыры ауыҙҙа иреп китә торған пирог әҙерләйек әле. Бер ултырыуҙа ашалып бөтә!
Ҡамыр өсөн 100 г аҡ май, 200 г он, 50 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа кәрәк буласаҡ. Эслеккә слива, корица, 3 аш ҡалағы шәкәр әҙерләйбеҙ.
Ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа һалып торабыҙ. Шул арала сливаларҙы таҙартабыҙ, корица, шәкәр ҡомо менән бутайбыҙ. Аҡмаһын өсөн 1-2 ҡалаҡ крахмал йәки панировкалау өсөн сохари һибәбеҙ. Ҡамырҙы табаға йәйеп һалғас, ҡырҙарын 2-3 см күтәртеп ҡуябыҙ. Эслекте һалып, бер аҙ ғына шәкәр ҡомо һибәбеҙ. 180 градус эҫелектәге духовкала 30-40 минут бешә.
Ашығыҙ тәмле булһын!