Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ның Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған. 1978 йылда Миләүшә Мортазина класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй башлай. Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала билдәлелек яулаған «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороуҙың инициаторы һәм уның етәксеһе була.
Шамил Шәрифйән улы йырҙарын бик күп телдәрҙә башҡара — башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм мордва... «Бәллүр яҙмыш», «Төнгө серенада», «Ҡойон», «Парлы тормош», «Өфөләргә барам әле», «Үҙең аңла…» йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә. Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бик күп тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелә.Тормош иптәше — йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Оҙаҡ ауырыуҙан һуң, 2014 йылдың 14 ноябрендә, йырсы баҡыйлыҡҡа күсә.