Бөгөн - Белем көнө! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон, дуҫтар!
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -
Бына тағы еҙ ҡыңғырауИртүк сыңлап һөрән һала.Ошо юлдан тағы атлай,Сәскә тотоп, күпме бала.
Сәскә төҫлө яҡты ғүмерҺәр бер әсә теләп ҡала.Сәскәләй саф уйҙар менәнУҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндәКүпме юлдар – таҫма һымаҡ,Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?Улар башы – мәктәп юлы,Ул – тынғыһыҙ белем юлы,Һәр кем изге күрә уны.(С.Әлибаев)