Все новости
Новости
30 Августа 2020, 19:00

Их, еңгә...

Еңгәбеҙ, Ирек ағайымды ташлап, йәнә йорттарынан ҡубарылып сығып китте. Газель ғына саҡыртҡан да, һыпыртҡан ата-әсәһе йәшәгән күрше ауылға. Инде нисәнсе тапҡыр… Был юлы тәҙрә ҡорғандарын гардиндары менән ҡуша йолҡоп алған, ти. Улай булғаны юҡ ине әле.Ирек ағай башын эйеп, тағы беҙгә килде. Мин ишек алдында кер саям, атайым тупһала тәмәке көйрәтә, әсәйем мунса менән өй араһына кәләп һала.– Тағы ҡайһы ерең оҡшаманы шул һәпрәгә, – тип сар-сор итеп ҡала әсәйем, ағайымдың пеләш башын эйеп ҡапҡанан инеп килә ятҡанын абайлағас та. – Күрә алманы шул бисә баламды, мир алдында оят итте, сәскенәләрен ағартты…– Туҡта әле, әсәһе, һамаҡламай тор, – атайым өйҙә иң тыныс кеше һанала. – Тағы нимә булды, улым?– Юҡтан ғына талаш сығара бит Сәриә. Эштән һуң ҡайтаһың, ти, мине яратмайһың, һинең менән йәшәйәсәгем юҡ, ти… – йыуаш ағайым, ғәҙәтенсә, мығырҙанып ҡына һөйләй.– Күңеле әллә нишләп һыныҡ булды шул Сәриә килендең, буштан ғына кәйефе ҡырылды, күҙе шәмәрҙе… – атайымдың эсе бошоп китте.– Бисәне ҡыҙҙан алырға кәрәк ине, үҙең бит, кеше ҡатынына ымһындың… – әсәйем сәсрәп тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны ла, тупһа төбөндә ултырған ҡатыҡ тулы кәстрүлгә абынып, тәкмәс атты.

Ләйсән Мараҡанова
Их, еңгә…
Еңгәбеҙ, Ирек ағайымды ташлап, йәнә йорттарынан ҡубарылып сығып китте. Газель ғына саҡыртҡан да, һыпыртҡан ата-әсәһе йәшәгән күрше ауылға. Инде нисәнсе тапҡыр… Был юлы тәҙрә ҡорғандарын гардиндары менән ҡуша йолҡоп алған, ти. Улай булғаны юҡ ине әле.
Ирек ағай башын эйеп, тағы беҙгә килде. Мин ишек алдында кер саям, атайым тупһала тәмәке көйрәтә, әсәйем мунса менән өй араһына кәләп һала.
– Тағы ҡайһы ерең оҡшаманы шул һәпрәгә, – тип сар-сор итеп ҡала әсәйем, ағайымдың пеләш башын эйеп ҡапҡанан инеп килә ятҡанын абайлағас та. – Күрә алманы шул бисә баламды, мир алдында оят итте, сәскенәләрен ағартты…
– Туҡта әле, әсәһе, һамаҡламай тор, – атайым өйҙә иң тыныс кеше һанала. – Тағы нимә булды, улым?
– Юҡтан ғына талаш сығара бит Сәриә. Эштән һуң ҡайтаһың, ти, мине яратмайһың, һинең менән йәшәйәсәгем юҡ, ти… – йыуаш ағайым, ғәҙәтенсә, мығырҙанып ҡына һөйләй.
– Күңеле әллә нишләп һыныҡ булды шул Сәриә килендең, буштан ғына кәйефе ҡырылды, күҙе шәмәрҙе… – атайымдың эсе бошоп китте.
– Бисәне ҡыҙҙан алырға кәрәк ине, үҙең бит, кеше ҡатынына ымһындың… – әсәйем сәсрәп тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны ла, тупһа төбөндә ултырған ҡатыҡ тулы кәстрүлгә абынып, тәкмәс атты.
– Ҡороғор, бынауы Рәйхана килендән дә рәт сыҡманы, кем ҡашығаяҡты ергә ултырта, аҡты әрәм итеп…
Ҡәйнәһенең әсе һөрәнләүен ишеткән Рәйхана еңгә ауыр кәүҙәһен туйтаңлатып, йәшенеп тыңлап торған еренән урынынан ҡалҡына алмай өйәҙәгән әсәйемә булыша, ҡултыҡлап өйгә индерә…
Их, еңгә… Ирек ағай тағы зарланды, әсәйем тауышы ҡарлыҡҡансы Сәриә еңгәнең тетмәһен тетте, атайым өндәшмәй генә Рәйхана еңгә менән Азат ағайҙың тыуасаҡ сабыйҙарына сәңгелдәк яһауын белде. Минең дә эсем бошто. Эй, бынауы Сәриә еңгәне! Әллә ниңә, юҡтан ғына тауыш ҡуптарып, тейәнеп сыға ла китә. Ҡай сағында аҡсаһы ла, ир наҙы ла, иғтибары ла етмәйҙер инде ҡатын-ҡыҙға. Иреш-талашһыҙ ҙа тороп булмайҙыр. Тик ниңә үсеккән бала ише ҡыланырға? Атайым әүәлгесә Сәриә еңгәмде йәлләй. Ысынлап та, әллә ниңә гелән генә һағышлы ул. Ҙур ҡара күҙҙәре лә хатта йәшләнеберәк торған кеүек. Ағайыма тиклем Өфөлә бер шағир шәрәмәте менән ҡатынлыҡта булған, тип шыпырт ҡына һөйләгәйне берҙе әсәйем. Уның иҫереклегенән, аҡсаһыҙлығынан туйып, йәнә шулай уҡ ҡубарылып, беҙҙең ауылға уҡытыусы булып килгәйне дыуамал Сәриә еңгәм. Ағайымды осратып, кейәүгә сыҡты, тәүҙә беҙҙә йәшәнеләр, һуңынан, Рәйхана еңгәм менән талашҡас, башҡа сыҡтылар. Шағир менән йәшәүенең бер шауҡымы тороп ҡалғайны – ул, ғауғалашҡанда, һәр ваҡыт ағайымды “алкаш”, “ялҡау” тип тиргәне, иҫке ғәҙәте буйынса. Ә ул эсмәй ҙә, тартмай ҙа, аҡсаһын да эшләй…
Их, еңгә… Мин йәнә уйҙарыма сумам. Рәйхана һинән күпкә йәшерәк булһа ла, Азат ағайыма йыл һайын бала тапһа ла, шарылдағыраҡ тауышлы әсәйемә түҙемлеге менән ярап торһа ла, иң яратҡан еңгәм һин бит. Хатта дыуамаллығың да оҡшай миңә, тик ҡайһы саҡ хаттин ашып китәһең.
Теүәл бер аҙнанан ғүмерҙә эсмәгән Ирек ағайым урам буйында, әсәйем әйтмешләй, әҙәм көлдөрөп иҫереп йөрөгәндән һуң, йәнә беҙгә килде. Ҡырынған, йыуынған, таҙа күлдәген кейеп алған. Ни әйтерен алдан уҡ белеп торам.
– Әйҙә, Фаягөл, – ошо тәңгәлдә ағайым гел тамағын ҡыра. – Сәриәне алып киләйек, үҙе ҡайтмаҫ ул, ҡалаһына сығып китер…
Ҡапыл ағайым йәл булып китте, Сәриә еңгәмә асыуым ҡабара. Ниңә ул минең йәндәй күргән кешемдең быуынына ултыра, уның йөҙөн йырта, битенән көлә? Еңгәмде алырға тип барып, ҡоҙаларҙан әрләнеүҙәр үҙәккә үткән. Ҡайтыуын ҡайта ул еңгәм, тик беҙ ҙә ерле юҡҡа тиргәлеп йөрөргә тинтәк түгел дә.
– Бармайыҡ, – тим мин бер етди ҡарарға килеп. – Һин инәлеп йөрөмәһәң, үҙе ҡайтыр әле.
Ирек ағайым күҙҙәрен селт-селт йома, сәңгелдәккә һырлап биҙәк яһап ултырған атайымдың ҡулынан бәкеһе төшөп китә, хатта әсәйем аптырауынан усы менән ауыҙын баҫа. Баянан бирле аласыҡ янында хәбәр тыңлап, йәшенеп ҡарап торған Рәйхана еңгәкәйҙең генә ҡыуанысынан сәпәкәй һуҡҡанын шәйләп ҡалам.
– Һин, ағай, ҡалаға барып сәсеңде алдыр, йүнле кейем ал. Хәбәре ишетелер әле, эсеп, илап йөрөй икән, тип уйламаһын. Унан, һин килмәгәс, үҙе ҡайтыр.
– Ә ҡайтмаһа? Икеһе ике яҡтан турһайып, хатта башҡа ғаилә ҡороп, тәүгеләрен онота алмағандар тураһында ишеткәнең бармы һинең? – атайым, ғәҙәттәгесә, Сәриә еңгәне яҡлай. – Килен – нескә күңелле бала. Хистәр менән шаярырға ярамай, башың йәш әле һинең ундай кәңәш бирергә…
– Кешенең ғорурлығы менән дә уйнарға ярамай. – Мин ултырған еремдән ҡалҡынам. – Барһаң, ағай, үҙең бар.
Их, еңгәй… Ул кис ағайым йәнә урам буйында эсеп йөрөнө, һуҙып-һуҙып йырҙар йырланы, иҫке гармунын бысҡылдатты. Ә иртәгәһенә, таң беленеү менән, уның ҡалаға юлланғанын күргәндәр. Барыһын да минеңсә эшләгән – сәсен алдырған, үҙенә шәп костюм алған, хатта затлы хушбуй хаҡында ла онотмаған. Ауыл халҡы бот сабып һөйләне был хәлде. Кемеһелер көлдө, кемеһелер үсәне, кемеһелер йәлләне. Әсәйем йәнә киленен ҡарғап, ишек алдында илап йөрөнө, әрпеш Райхана еңгә тантана итте, атайымдың йөҙө ҡара янды. Каникулдар тамамланған мәл ине, мин сумка йыйҙым.
… Оҙаҡламай Сәриә еңгә хәбәр ебәргән – “Ирек ҡаршы алһын”. Иргәгә Өфөгә юлланам тигән көндө еңгәм шул уҡ Газель менән кире ауылға килеп төштө. Кемдер ағайымдың кейенеп-яһанып йөрөгәнен еткергән, яңы костюм алыуын да үҙенсә юраусылар табылған, шикелле. Ошо килеүенән еңгә башҡа ҡайтам тип ауыҙын да асманы, иллә мәгәр минең менән араларҙы өҙҙө, һөйләшмәҫ, серҙәрен бүлешмәҫ булды. Кемдер ағайыма аҡыл өйрәтеүемде аңғартҡан, ахыры, бәлки, ауылсыларға яратҡан Рәйхана еткергәндер, йә яндырайыраҡ холоҡло әсәйем әйтеп ысҡындырғандыр.
Шунлыҡтан, Ирек ағайҙарҙың өйҙәре янынан үткән саҡта, еңгәмдең алсаҡ йөҙөн, күңелсәк холҡон, ҡасандыр миңә үтә яҡын кеше булғанын иҫләйем дә, бер уфтанып, теге ваҡиғанан һуң ағайым менән баҫылып йәшәп киткәндәренә бер һөйөнөп тә ҡуям. Атайым уларҙың ғаиләһенә инселәп яңы сәңгелдәк яһай башланы әле, иншалла. Кем белә, еңгәмдең күңеле берәй ваҡыт йомшарып та китер, мине кисерер... Яратам бит еңгәмде, сибәрлеге, уңғанлығы, дыуамаллығы өсөн. Их, еңгә…