Все новости
Новости
30 Августа 2020, 18:10

Алма бешкән!

Үрелдем дә алмағастанӨҙҙөм мин ҡыҙыл алма.Алмаларҙың бешкән сағынБелмәйсә тороп ҡалма!

Үрелдем дә алмағастан
Өҙҙөм мин ҡыҙыл алма.
Алмаларҙың бешкән сағын
Белмәйсә тороп ҡалма!
Алмалар өлгөргән ваҡыт
Тәбиғәттең көҙөлөр…
Алмаларҙы һин өҙмәһәң,
Алма үҙе өҙөлөр…
Ғүмеремдең көҙөндә лә
Өлгөрә емештәре!
Алмағастың төптәрендә
Һөйөүем өлөштәре!
Алмаларҙы йыям әле
Бешкәнен һайлап ҡына!
Йөрөйһөм бар көҙҙәремдә
Ашыҡмай, яйлап ҡына!
Ф.Ҡотлогилдина.
Читайте нас: