Тормош – беҙгә бер генә бирелгән ҡабатланмаҫ бүләк ул, уның ҡәҙерен беләйек. Һәр атҡан таңыбыҙға шөкөр итеп, донъяның бар матурлығын күреп йәшәйек!
Алла илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Йома – Алла алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта ҡорбан һәм ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, – тип әйткән. – Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Алла әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ”. Бына шуның өсөн айырыуса йоманы әҙәм балаларының Аллаһы Тәғәләгә зикерҙәр әйтеп, доға ҡылып үткәреүе хәйерлерәк.