Все новости
Новости
28 Августа 2020, 17:05

Эй ашҡынам һинең ҡосағыңа...

Бөгөн - йома. Тыуған яҡтарына юл тотҡан дуҫтарыбыҙға хәйерле сәфәр теләйбеҙ!Эй ашҡынам һинең ҡосағыңа,Ғәзиз ерем, тыуған яҡтарым!Иҫләйһеңме шаян бер ҡыҙыңдыңЯлан аяҡ йөрөгән саҡтарын?Иҫләй микән Һаҡмар ошо ҡыҙҙыңЯрға баҫып йырҙар һуҙғанын...Ҡайтһам, тағы йырлар инем кеүекНисек ғүмеркәйҙәр үҙғанын...Иҫләйҙәрме икән ҡайындарым -Үҫмер саҡтың тәүге серҙәше...Япраҡ шауын тыңлап, күңелемдеңБушатаһы ине моң-йәшен...Таң ҡаршылап, таныш урамдарҙан,Таныш һуҡмаҡтарҙан үтәһе...Ялан аяҡ саҡтан бөгөнгәсәХәтер йомғаҡтарын һүтәһе...Ә таң атҡас, Һаҡмарыма төшөп,Йөҙөр инем танһыҡ ҡанғансы.Бала саҡтағылай йөрәгемдәҒәмһеҙ шатлыҡ ҡына ҡалғансы...Сәкинә Тотманова.

Бөгөн - йома. Тыуған яҡтарына юл тотҡан дуҫтарыбыҙға хәйерле сәфәр теләйбеҙ!
Эй ашҡынам һинең ҡосағыңа,
Ғәзиз ерем, тыуған яҡтарым!
Иҫләйһеңме шаян бер ҡыҙыңдың
Ялан аяҡ йөрөгән саҡтарын?
Иҫләй микән Һаҡмар ошо ҡыҙҙың
Ярға баҫып йырҙар һуҙғанын...
Ҡайтһам, тағы йырлар инем кеүек
Нисек ғүмеркәйҙәр үҙғанын...
Иҫләйҙәрме икән ҡайындарым -
Үҫмер саҡтың тәүге серҙәше...
Япраҡ шауын тыңлап, күңелемдең
Бушатаһы ине моң-йәшен...
Таң ҡаршылап, таныш урамдарҙан,
Таныш һуҡмаҡтарҙан үтәһе...
Ялан аяҡ саҡтан бөгөнгәсә
Хәтер йомғаҡтарын һүтәһе...
Ә таң атҡас, Һаҡмарыма төшөп,
Йөҙөр инем танһыҡ ҡанғансы.
Бала саҡтағылай йөрәгемдә
Ғәмһеҙ шатлыҡ ҡына ҡалғансы...
Сәкинә Тотманова.
Читайте нас: