Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, сәйнүкте 1-2 тапҡыр ҡайнар һыу менән сайҡатып түгәләр, шунан ғына сәй һалалар. Сәйнүккә тулыр-тулмаҫ итеп ҡайнап торған һыу ағыҙалар ҙа, таҫтамал менән яҡшылап ҡаплап, 5-6 минут томалап тоталар. Сәй яһар алдынан сәйнүктән бер сынаяҡ сәй ағыҙып, уны сәйнүккә кире ҡоялар.