Все новости
Новости
27 Августа 2020, 12:10

Башдрамда пластик спектакль сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы миҙгелдә уникаль проект тәҡдим итә, тип хәбәр итә театрҙың әҙәбиәт бүлегенән Динара Кәримова https://vk.com/id9622703

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы миҙгелдә уникаль проект тәҡдим итә. Артистар 101-се ижад миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә яңы спектакль өҫтөндә эш башлаған. Был сәхнә әҫәре ҡәҙимге әҫәр түгел, ә пластик спектакль булараҡ донъя күрәсәк.
Пластик спектаклгә нигеҙ итеп Николай Крашенинниковтың "Амеля" романы алынған. Журналистар менән осрашҡанда театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов: “Ошондай проект булдырыу идеяһы күптән яралғайны, сөнки театр артистарының ижади потенциалы бик ҙур, хореографик әҫәрҙәрҙе сәхнәгә лайыҡлы кимәлдә сығарырлыҡ талантлы, көслө йәштәребеҙ ҙә бар”, - тип белдерҙе.
Был проекттың үҙенсәлеге шунда: спектаклдең авторы һәм режиссеры - хореограф. “Амеля” романын хореограф, пластика буйынса режиссер, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Алина Мостаева сәхнәләштерәсәк.
Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында бик күп яҙған урыҫ яҙыусыһы Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы - тол ҡалған профессор ҡатында тәрбиәләнгән, дворяндар йортонда йәшәгән етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Ҡыҙҙың башҡорттарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, тыуған ил яҙмышы хаҡында борсолоуҙары генетик хәтер, «ҡан тартыуы» менән аңлатыла…
Алина Рөстәм ҡыҙы әйтеүенсә, ул әҫәрҙе синтетик жанр формаһындағы пластик спектакль итеп күрә, ҡуйылышты иһә “пластик эссе” тип билдәләй: “Бында хәрәкәттәр бейеүҙәр башҡарыуға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, ә драматик кисерештәрҙе, хистәрҙе күҙ ҡарашы, ҡул һәм тән хәрәкәттәре һәм шулай уҡ йыр-моң аша сағылдырыу ҙа ҡаралған” – ти ул.
Читайте нас: