Яңы тыуған балаға сәңгелдәк әҙерләнә. Уны талдан, миләштән, муйылдан, шыршынан, ҡарағайҙан, уҫаҡтан, туҙҙан, ҡабыҡтан, йүкәнән яһағандар.
“Ҡайын ҡайғылы ағас", - тип ҡайындан бишек яһау тыйылған. "Миләштән зәхмәттәр, ен-пәрейҙәр ҡурҡа", – тип миләш сәңгелдәкте хуп күргәндәр. Бишеккә, сәңгелдәккә зәхмәт, ен-шайтан килмәһен өсөн бетеү, боронғо китап, артыш сыбығын, баланың киптерелгән кендеген, ҡарын сәсен, миләш тағыу йолаһы булған.
Баланы сит-ят күҙҙән, ен-шайтандан һаҡлау өсөн бишеккә мотлаҡ шаршау элгәндәр. Сәңгелдәккә тағы төрлө суҡтар, тәңкәләр тағыу, бысаҡ, ҡайсы йә башҡа тимер әйбер һалыу йолаһы ла булған. Элек бишек төбөнә сөрөк һалғандар. Еүешләнһә йәки бысранһа, алыштырып, киптереп торғандар.
Ышаныуҙар буйынса, баланы сәңгелдәктән алғас, урынына берәй тимер әйбер, Ҡөрьән, бетеү һалырға кәрәк, сөнки шайтан менеүе ихтимал. Бишек янынан алыҫ китергә ярамаған. Алыҫ китһәң, баланы шайтан алмаштыра, тиҙәр.
Бишекте урамға, сит кеше булған ергә сығарыу ҙа тыйылған. Ололар әле лә буш бишекте бәүетергә ҡушмай, бала илаҡ була, тиҙәр. Бәүетһәң, бишеккә шайтан менә икән. Ололар бишектең өҙөлөп төшөүен дә яратмаған. "Бала бишегендә шайтан ятҡан, шуға уны күтәрә алмайынса бишек бауы өҙөлгән", – тиҙәр.