Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Ғәлиә Кәлимуллинаның «Ҡотҡарырға ине ҡояшты» һәм Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә алтын яғам» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Ғәлиә Кәлимуллинаның «Ҡотҡарырға ине ҡояшты» тип исемләнгән был йыйынтығына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары ингән. Уларҙың һәр береһе баҙыҡ образдар, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән туҡылған. Йыһан ҡанундары, ил-көн, халыҡ, тел, ер яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары ғәм тәрәнлеге, үҙенсәлекле асыштары менән әсир итә.
Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә алтын яғам» исемле йыйынтығында иһә шағирәнең иң тәүге ижад емештәре тупланған. Тәү сиратта мөхәббәт ерлегендә тыуған нескә, яҡты хистәр, һағыш-кисерештәр, шулай уҡ тыуған ергә, туған телгә илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙары урын алған.
(Мәғлүмәт "Китап" нәшриәтенең "Бәйләнештә" селтәренән алынды)