Ырымбур өлкәһенең 13 мәктәбе башҡорт теленән яңы әсбаптар менән тәьмин ителде. БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Новосергиевка, Красногвардейск, Төйлөгән, Александровка, Октябрь, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында мәктәптәрҙә булды. Тәүгеләрҙән Ҡотош ауылының белем усағына дәреслектәр тапшырылды. Бында 62 бала уҡый, башҡорт телен теләп өйрәнәләр, ти уҡытыусылары Әлфиә Ғүмәрова.