Все новости
Новости
17 Августа 2020, 18:50

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ КИНО ТӨШӨРӘЙЕК!

«ЕР ҺҮҘЕ/ОНЛАЙН» Халыҡ-ара белем биреү кинопроекты үҙ эшен башлай!

«ЕР ҺҮҘЕ/ОНЛАЙН» Халыҡ-ара белем биреү кинопроекты үҙ эшен башлай!
Былтыр 12 – 14 апрелдә Өфөлә “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумы үтте. Формудың «Үҙ һүҙеңде үҙ телеңдә әйт!» девизына тап килтереп, 12 ҡыҫҡа метражлы нәфис, 2 документаль фильм, 2 музыкаль клип әҙерләнде. Улар башҡорт, рус, сыуаш, мари телдәрендә төшөрөлдө.
Режиссура эшенә тәү башлап тотоноусылар араһында билдәле актёрҙар Илгиз Таһиров, Салауат Юлдашбаев, «Бүреләр» рок-төркөмө лидеры Илшат Абдуллин менән бер рәттән уҡытыусылар, журналистар, табиптар, ауылда донъя көткән милләттәштәребеҙ ҙә тәүге фильмдарын төшөрөү бәхетенә эйә булды. Әлеге ваҡытта был фильмдар социаль селтәрҙәрҙә әүҙем ҡарала, башҡорт теленең даирәһен киңәйтеүгә тос өлөш индерә.
Ошондай матур сара тағы ла үткәреләсәк! Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды грантына уны Башҡортостан кинематографистар союзы һәм Булат Йосопов киномәктәбе ойоштора, партнёры – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Был юлы “Ер Һүҙе” кинопроекты онлайн үтәсәк. Уның үҙенсәлеге шунда: 50 кеше - сценарист, 25 кеше, тулы курс үтеп, кинорежиссёр һөнәрен үҙләштерәсәк. Улар үҙ теләге менән нәфис, документаль фильм, социаль ролик йәки музыкаль клип төшөрә ала.
Балаларығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙға ошо мәғлүмәтте еткерергә ашығығыҙ, ваҡыт сикле!
18 йәштән алып. Уҡыу бушлай. Заявканы http://www.slovo-zemli.ru сайтында тултырырға була.
Читайте нас: