Все новости
Новости
12 Августа 2020, 17:40

Бөгөн Рәсәй халҡы "Курск" һыу аҫты кәмәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала

Теүәл 20 йыл элек “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе аварияһы һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу хәрбиҙең ғүмере өҙөлдө.

Теүәл 20 йыл элек "Курск" атом һыу аҫты кәмәһе аварияһы һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу хәрбиҙең ғүмере өҙөлдө.
2000 йылдың 12 авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң "Батырлыҡ" ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй Геройы исеме бирелде. Заманында "Курск" Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты составындағы иң ышаныслы һәм ҡеүәтле һыу аҫты крейсеры иҫәбендә булды.
Фажиғә ҡорбандары араһында Башҡортостан диңгеҙселәре лә бар ине.
Читайте нас: