Ҡарбуздан ҡайнатма түбәндәгесә яһала. Бер килограмм ҡарбуз өсөн кило ярым шәкәр ҡомо, ике грамм лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡарбуз яҡшылап әрселә, фәҡәт йәшел ҡабығы ғына ҡала. Шуны шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуҙа ике минут бешерәбеҙ. Ике стакан һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Шуның өҫтөнә бешереп алынған ҡарбуз ҡабығы һалына. Ул үтә күренмәле булғанса бешерелә, өҫтөнә лимон кислотаһы һибелә. Зөбәржәт төҫөндәге ҡайнатма хасил була.