Все новости
Новости
6 Августа 2020, 20:30

"Нишләптер мин атҡа оҡшағанмын..."

Хеҙмәттәшебеҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижады тәрән һәм күп ҡырлы. Эштә лә, тормошта ла ярһыу ат төҫлө "Ватандаш"тың бүлек мөхәррире. "Атҡа оҡшау" шиғыры - шуға дәлил.

Хеҙмәттәшебеҙ Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижады тәрән һәм күп ҡырлы. Эштә лә, тормошта ла ярһыу ат төҫлө "Ватандаш"тың бүлек мөхәррире. "Атҡа оҡшау" шиғыры - шуға дәлил.
Нишләптер мин атҡа оҡшағанмын.
Кәүҙәм, төҫөм, холоҡ-фиғелем.
Кемдәрҙелер күреп, уйлайһың бит:
“Бының заты булған фил элек”.
Төлкөнө лә, бурһыҡты ла, хатта
Айыуҙы ла күргән бар минең.
Әйтер кеүек улар: ”Һеҙгә килдек,
Беҙгә урман-үҙән тар ине!”
Ваҡытым юҡ минең йоҡларға ла.
Аяғүрә серем итәмен.
Ҡара тиргә батып бәйгеләрҙә,
Төн-һарайға кереп китәмен.
Тышау һалып, ялға ебәрәләр.
Ҡамсылайҙар ҡыуып, юҡ-барҙан.
Арҡа һыныр ауыр йөк тейәйҙәр –
Атып-бәрер инем, туҡтар ҙа!
Атҡа оҡшауҙарым һис оҡшамай –
Кем етте шул еккәс, ялҡытты.
Ниндәй генә яҡшы ат булһаң да,
Боғаҙлайҙар, еткәс ваҡыты...
Читайте нас: